газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
6 Март 2022, 12:30

“Беҙ бергә”

Салауатта ҡала йәштәре башланғысы менән флешмоб үтте.

“Беҙ бергә”
“Беҙ бергә”

Салауатта ҡала йәштәре башланғысы менән флешмоб үтте.

Илебеҙҙең күп кенә төбәктәрендә Донбасс, Донецк һәм Луганск халҡына терәк булыуҙы белдереүсе, шулай уҡ унда уҙғарылған хәрбиә операцияны хуплауға бәйле акциялар һәм флешмобтар уҙа. Кешеләр иҫтәлекле урындарҙа плакаттар менән фотоға төшә. Салауат йәштәре вәкилдәре “Мәңгелек ут” мемориаль комплексы янында йыйылды.
- Бөгөнгө беҙҙең флешмоб Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт курсын һәм Луганск, Донецк республикалары халҡын яҡлауға йүнәлтелә. Беҙҙең ҡала йәштәре илебеҙҙең сәйәсәтен хуплай, - тип аңлатма бирә акцияға “Йәштәш” йәштәр үҙәге педагог-ойоштороусыһы Карина Ишембәтова.
Флешмобта “Ҡала көсө” ирекмәндәре, “Толпар” эҙләнеү отряды ағзалары ҡатнашты. Улар “#ZаНаших”, “#МыСвоихНеБросаем”, “#МыВместе” плакаттары менән бер рәткә теҙелде. Илһөйәрлек флешмобы менән активистар йәш быуындың да, бөтә ил кеүек үк, был республикаларҙа тыныслыҡ булыуына теләктәшлек белдерҙе.
Битараф булмаған йәштәрҙе берләштергән акция Салауаттан тыш, республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында ла үтте.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: