газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
20 Ғинуар 2022, 16:22

Салауаттар Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ

Башҡортостандан ике коллектив «Театраль Волга буйы» федераль округ конкурсында республика исеменән сығыш яһаясаҡ. 2022 йылдың 12 ғинуарында «Театраль Волга буйы» балалар һәм йәштәр ижади коллективтары фестиваленең округ этабына старт бирелде. Был фестиваль – округ йәмәғәт проекты, уны тормошҡа ашырыу Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысы буйынса Рәсәйҙә Театр йылы (2019 йыл) сиктәрендә башланған. Конкурс йәштәр (18-30 йәш) һәм балалар театр коллективтары (6-17 йәш) өсөн уҙғарыла.

Салауаттар Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ
Салауаттар Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ

Проекттың финалына Волга буйы федераль округының барлыҡ субъекттарынан 28 спектакль үткән. Башҡортостан Республикаһынан ике коллектив – Салауат ҡалаһынан «Арлекин» балалар өлгөлө театр-студияһы һәм Башҡорт дәүләт университетының «Осҡон» студенттар театры ҡатнаша. Ике театр ҙа фестивалдең төбәк этабында 26 коллектив араһында еңеүсе булды.

Эксперттар спектаклдәрҙең видеоверсиялары рейтингын төҙөй, улар нигеҙендә конкурс лауреаттарын билдәләү өсөн жюри ағзалары тауыш бирәсәк. Төбәк этабында еңеү яулаған спектаклдәрҙең видеоверсиялары «театральноеприволжье.рф» сайтында баҫылған һәм ирекле ҡарау мөмкинлеге бар.

Фестивалгә театр сәнғәтенең төрлө төрҙәре һәм жанрҙары – трагедиялар, комедиялар, фарстар, драмалар, сторителлинг, фэнтези, әҙәби пластика, баллада, әммә күберәк әкиәттәр тәҡдим ителгән: «Ал сәскә», «Конек-горбунок», «Һыуһылыу». Тамашасылар илебеҙ әҙәбиәте классиктары: Антон Чехов, Фёдор Достоевский, Владимир Маяковский, Сергей Михалков, Мостай Кәрим һәм башҡаларҙың йәштәр һәм балалар коллективтарының интерпретацияларын ҡарай ала. Йәштәр театрҙары сәхнәгә сығарған тамашалар араһында беренсе мөхәббәт, үҙеңде, донъяны аңлау ҡатмарлыҡтары, үҙ-ара мөнәсәбәттәр тураһындағылары айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

«Театраль Волга буйы» проекты өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. 2021 йылдан Удмурт Республикаһы фестивалдең сараларын уҙғарыу өсөн төп майҙансыҡҡа әүерелгән. 27 мартта Ижевскиҙа, Бөтә донъя театр көнөндә, тантаналы ябыу сараһында «Театраль Волга буйы» балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестивале лауреаттарының исемдәре аталасаҡ. Онлайн-трансляция барышында һәр төбәк вәкилдәре миҙгелдең иң яҡшы театр тамашалары буйынса үҙенең ҡарарҙарын иғлан итәсәк. Балдар суммаһы буйынса «Иң яҡшы йәштәр спектакле», «Иң яҡшы балалар спектакле», «Иң яҡшы режиссер эше», «Иң яҡшы актер», «Иң яҡшы актриса» номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. Округ фестиваленең һуңғы этабы лидерҙары – балалар һәм йәштәр студиялары яңы спектаклдәргә гранттарға эйә була. Финалға сыҡҡан театрҙарҙың тамашалары һәм сараны ябыу тантанаһы телевидениела һәм интернетта күрһәтеләсәк.

Проект йәштәрҙең театр сәнғәтен популярлаштырыуға һәм йәштәрҙең мәҙәни аң даирәһен киңәйтеүгә, үҙешмәкәр театр коллективтарына ярҙам итеүгә һәм уларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән.

2020-2021 йылдар миҙгелендә фестивалдә Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренән 416 театр коллективы: 157 йәштәр һәм 256 мәктәп театры, 5 меңгә яҡын актер ҡатнашҡан.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: