газета "Салауат"
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
18 Ғинуар 2022, 15:40

“Арлекин” йәш таланттарҙы көтә!

27 ғинуарҙа сәғәт 16:00-дә 7 йәштән 9 йәшкә тиклемге балаларҙы “Арлекин” өлгөлө балалар театр студияһының асыҡ кастингына саҡыралар. Сара Салауат дәүләт башҡорт драма театрында үтәсәк.

“Арлекин” йәш таланттарҙы көтә!
“Арлекин” йәш таланттарҙы көтә!

Театр студияһына һайлап алынған балалар актерлыҡ оҫталығына, сәхнә телмәре нигеҙҙәренә һәм сәхнә хәрәкәтенә өйрәнә, ә киләсәктә мини-тамашаларҙа ҡатнашыу, ҡала байрамдарында, тантаналарында һәм фестивалдәрендә сығыш яһау мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үткәрелә (яҡтарҙың килешеүе буйынса), оҙайлылығы – ике сәғәт.

Кастингка берәй өҙөк, шиғыр, монолог, тасуири уҡыу йәки сәхнәләштереү материалын һәм үҙең тураһында һөйләргә әҙерләнеп килергә кәрәк.

Алдан яҙылыу өсөн, театр төркөмөнөң (https://vk.com/teatrsalavat) яңылыҡтар бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.

 

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: