Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
5 Декабрь 2021, 11:00

“Үҫеш биләмәһе” яңынан Салауатта

Салауаттар 2019 йылдың декабрен яҡшы иҫләйҙер, ул ваҡытта ҡалала “Үҫеш биләмәһе” тигән масштаблы форум уҙғайны. Был сара сиктәрендә йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы оҫталыҡ кластары, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар үтте, быларҙың барыһы ла сарала ҡатнашыусыларҙа ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. “Үҫеш территорияһы” республика ҡалаларында, шул иҫәптә Салауатта ла, үҙ эшен тергеҙә.

“Үҫеш биләмәһе” яңынан Салауатта
“Үҫеш биләмәһе” яңынан Салауатта

Салауаттар 2019 йылдың декабрен яҡшы иҫләйҙер, ул ваҡытта ҡалала “Үҫеш биләмәһе” тигән масштаблы форум уҙғайны. Был сара сиктәрендә йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы оҫталыҡ кластары, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар үтте, быларҙың барыһы ла сарала ҡатнашыусыларҙа ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. “Үҫеш территорияһы” республика ҡалаларында, шул иҫәптә Салауатта ла, үҙ эшен тергеҙә.

“Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт” - ул республика ҡалаларында булдырыласаҡ 15 резиденция. Салауат, Күмертау, Стәрлетамаҡ менән бергә, яңы резиденцияларҙы ҡабул итте, һуңынан уларҙы Сибайҙа, Нефтекамала, Ағиҙелдә, Межгорьела, Октябрьскиҙа һәм Өфө ҡалаһының ете районында асыу планлаштырыла. Нимә ул резиденция - был хаҡта проекттың координаторы Вито Сабиров аңлата. Уның һүҙҙәренсә, был республика ҡалаларының иң актив мәктәп уҡыусылары ойошторған саралар үтәсәк майҙансыҡ. Әлбиттә, резиденция эшендә муниципалитет хакимиәттәре ярҙамы менән тәжрибәле остаздар һәм белгестәр ҡатнашасаҡ. Был оҙайлы проект һәм уға йомғаҡ киләһе йылдың яҙында яһала.
- Проектта яңы форматтар аша уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы майҙансыҡтар булдырырға һәм уларҙы иң яҡшы тәжрибәләрҙе ҡулланып үҫтерергә тырышабыҙ. Йәштәр үҫеш өсөн кәрәкле йүнәлештәрҙе үҙҙәре билдәләй, - ти проекттың башланғысында тороусы Каринэ Хәбирова.
Салауат уҡыусылары яңы резиденция эшенә шунда уҡ ҡушылды. Йәш салауаттар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән нетворкинг, шәхси үҫеш тренингтары, интерактив сессиялар, ижади перформанстар кеүек яңы төшөнсәләрҙе өйрәнеүгә тотондо. Төп блоктарҙың береһе - социаль проектлауға уҡыу.
- Проекттың маҡсаты - уҡыусыларға социаль проектлауҙың яңы күнекмәләрен бреү, - тип аңлатма бирә “Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт” программаһы етәксеһе урынбаҫары Илнур Юлдыбаев. - Уҡыусы үҙенең карьера йүнәлешен аңлауы һәм тыуған ерендә үҙ урынын табыуы мөһим. Социаль проектлау йәш кешенең идеяһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк.
Ойоштороусылар республика йәштәре өҫтәмә хәҙерге заман белем алыу яңылыҡтарын үҙләштерә алһын өсөн резиденция географияһын киңәйтергә ниәт итә.
Салауат йәштәре “Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт”тең яңы белем алыуға, яңы кешеләр менән танышыуға булышлыҡ итеүен һәм иң мөһиме үҙҙәренең потенциалдарын асыуға яңы мөмкинлектәр биреүен билдәләй.

Фото: ҡала хакимиәтенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөнән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: