Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
22 Июнь 2021, 11:58

Тәбиғәт яҡлауға мохтаж

Йәйге ял ваҡытында балаларҙың төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

Тәбиғәт яҡлауға мохтаж
Тәбиғәт яҡлауға мохтаж

Йәйге ял ваҡытында балаларҙың төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Әйтәйек, Рәсәйҙәге һыу ятҡылыҡтарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә арналған «Төрлө төҫтәге тамсылар» конкурсы.
Ул 2014 йылдан алып ойошторола. Ошо ваҡыт арауығында 60 меңдән ашыу эш ҡабул ителгән. 2020 йылда «Төрлө төҫтәге тамсылар» конкурсы халыҡ-ара кимәлгә күтәрелгән. Украина, Белоруссия һәм Төркиәнән дә ҡатнашыусылар булған. Бәйге Рәсәй Федерацияһының Һыу ресурстары федераль агентлығы тарафынан Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ярҙамында ойошторола.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү һәм эштәрҙе ҡабул итеү - www.рисуюводу.рф сайтында.Ижади эштәрҙе һынлы сәнғәт алымының теләгән төрөндә башҡарырға мөмкин, улар «Һыу комиксы», «Киләсәктең һыуға бәйле һөнәрҙәре», «Һыуҙың киләсәге - минең ҡулдарҙа», «Мотивацион плакат», «Беҙҙең һыу ятҡылығы - беҙҙең байлығыбыҙ», «Һыу буйында йәшәүселәр», «Һыу аҫты донъяһы» тигән 8 номинация буйынса ҡараласаҡ. «Һыу һағында» махсус номинацияһында һыу ресурстарының супергеройын төшөрөргә ҡушыла. Уның еңеүсеһен тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Александр Козлов үҙе һайлаясаҡ. Шулай уҡ конкурсанттарҙың эштәрен һыу ресурстары федераль агентлығы, “Рәсәй һыуы” комплексының үҫеш үҙәге етәксеһе Илья Разбаш һәм профессиональ рәссамдар баһалаясаҡ.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла исемле дипломдар һәм конкурс партнерҙарынан сертификаттар биреләсәк. Номинацияларҙа еңеүселәр һәм Гран-приға эйә булыусыға бүләктәр тапшырыласаҡ. Улар араһында хобби-гипермаркетына сертификаттар, график планшеттар һәм стилус менән Apple iPad та бар.
Конкурс эштәре 15 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр 15 октябрҙә билдәле була.

Читайте нас: