газета "Салауат"
-3 °С
Облачно
Йәмғиәт
23 Октября , 05:32

Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты арҡаһында Балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге гаражының ҡыйығы капиталь ремонтланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырыпЙәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып

Яңыртылған объектты асыу тантанаһында ҡала хакимиәте вәкилдәре, «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаттары, ҡала мәғариф идаралығы етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре, үҙәктең педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
- «Берҙәм Рәсәй» партияһы беҙҙең үҙәккә беренсе йыл ғына ярҙам итмәй. 2023 йылда тәрбиәләнеүселәребеҙ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса ҡорамалдар һатып алынды. Һөҙөмтәлә, Комсомол урамындағы өс уҡыу кабинеты меңдән ашыу башланғыс класс уҡыусыһынҡабул итте. Улар бәләкәйҙән  юлда яуаплы булырға өйрәнепүҫә. Йолаларҙы һаҡлап ҡалырға һәм яңы быуындар өсөн хәүефһеҙ киләсәк булдырырға ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт!- тине байрамды асып Балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге директоры Светлана Ғәбитова, ә һуңынан ни өсөн был ремонттың кәрәклеген аңлатты:
- Беҙҙең үҙәктә «Мотоһәүәҫкәр-картингистар» һәм «Мотоконструкторҙар» берекмәләре уңышлы эшләп килә. Һуңғы бер-нисә йыл дауамында үҙәктең ҡыйығы туҙҙы, унан һыу үтә башланы, был бина эсендәге бүлмәләргә һәм ҡорамалдарға хәүеф менән янаны. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән хәҙер гараждың ҡыйығы капиталь ремонтланды. Төп ремонт эштәрен подряд ойошмаһы май-июнь айҙарында башҡарҙы. Ә бина эсендә косметик ремонтты үҙ көсөбөҙ менән яһаныҡ: педагогтар ҙа, тәрбиәләнеүселәр ҙә берҙәм эшләне. Хәҙер беҙҙең гараждар йылы, таҙа һәм ҡоро. Иң мөһиме, ҡиммәтле техника, ҡорамалдар һәм станоктар ышаныслы шарттарҙа һаҡлана. 
Үҙәк тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡтарға үҙ оҫталыҡтарын да күрһәтте: агитбригада юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса программа менән сығыш яһаны.
- Техник спорт төрҙәре - беҙҙең ҡаланың ысын ғорурлығы. Барыбыҙ ҙа Салауатты мотокросс һәм спидвей менән дан тотҡанын беләбеҙ, күп кенә чемпиондар тап ошонда тәрбиәләнгән. Иҫке ҡыйыҡ арҡаһында кабинеттар ғына түгел, ә ҡиммәтле техника ла хәүеф аҫтында булыуын белгәс, бер һүҙһеҙ ярҙамға килергә ҡарар иттек. «Берҙәм Рәсәй» партияһы балаларыбыҙ бәхетле йәшәһен, улар үҙҙәре һайлаған йүнәлештәрҙә үҫешһен өсөн барыһын да эшләй, - тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары Марат Зәһиҙуллин һәм йәш техниктарға мөрәжәғәт итте. - Мөмкин тиклем күберәк шөғөлләнегеҙ, уҡығыҙ һәм һәләттәрегеҙҙе үҫтерегеҙ. Дәүләтебеҙ һәм илебеҙ һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итәсәген белегеҙ.
Артабан мотоспорт бүлеге тәрбиәләнеүселәре дәрестәрҙә нимәгә өйрәнгәндәрен күрһәтте. Һуңынан ҡунаҡтар өсөн оҫтаханалар буйлап экскурсия ойошторолдо.

Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Йәш техниктарға уңайлыҡтар булдырып
Автор:Дина Галеева
Читайте нас