газета "Салауат"
-3 °С
Облачно
Йәмғиәт
23 Октября , 05:40

Китап донъяһына - матур баҫҡыстан

Балалар китапханаһында - үҙәк китапхана системаһының 6-сы филиалында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса уҡыу залына инеү төркөмө ремонтланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Китап донъяһына - матур баҫҡыстанКитап донъяһына - матур баҫҡыстан
Китап донъяһына - матур баҫҡыстан

- Үҙәк китапхана системаһы 11 филиалды, шул иҫәптә ошо балалар китапханаһын үҙ эсенә ала. Ул 1952 йылда асыла, ә был бинаға 1978 йылда күсә. 2009 йылда, бөтә күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәрелгәндә, ҡыйыҡ, фасад һәм подвал бинаһы яңыртыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге запас инеү урыны идара итеүсе компанияның проект-смета документацияһына инмәй. Ул күптән насар торошта ине һәм был китапханаға килгән балалар өсөн ҙур хәүеф тыуҙырҙы. Был мәсьәләне нисек хәл итергә икән, тип оҙаҡ баш ваттыҡ һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проектына ғариза бирҙек. Барыһы ла ыңғай хәл ителде - ремонтҡа 284 мең һум аҡса бүленде. Эштәр 10 августан 31-енә тиклем дауам итте. Хәҙер бында хәүефһеҙ, матур, уңайлы инеү урыны барлыҡҡа килде, - тип уртаҡлашты «Үҙәк китапхана системаһы» учреждениеһы директоры Ирина Щурова.
Яңыртылған майҙансыҡты асыу тантанаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары Марат Зәһиҙуллин ҡатнашты.
- Китапхана - балалар өсөн бик мөһим урын, ижад серҙәренә төшөндөргән изге усаҡ. «Аныҡ эштәр» проекты тап ошондай көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында булдырылған. Балалар бәхетле, уларҙың киләсәге аяҙ булһын өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Белем алырға килгән урындар яҡты, уңайлы һәм заманса булырға тейеш. Беҙҙең бурыс - уларҙың хыялдарын ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү, - тине ул. 
Китапхананың йыш ҡунаҡтары - «Винни-Пух» китап һөйөүселәр клубы ҡатнашыусылары, 20-се мәктәптең 2-се класс уҡыусылары ҡунаҡтар өсөн китап флешмобы әҙерләгәйне. Улар шиғырҙар ятланы һәм ошо изге эштә булышҡандарҙың барыһына ла рәхмәтен белдерҙе.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был байрам көнөндә абруйлы ҡунаҡтар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Радмир Ғималов та үҙенең ҡыҙы менән бар ине.
Һуңынан Ирина Щурова ҡунаҡтар өсөн китапхана буйлап экскурсия ойошторҙо.

Китап донъяһына - матур баҫҡыстан
Китап донъяһына - матур баҫҡыстан
Китап донъяһына - матур баҫҡыстан
Китап донъяһына - матур баҫҡыстан
Китап донъяһына - матур баҫҡыстан
Китап донъяһына - матур баҫҡыстан
Китап донъяһына - матур баҫҡыстан
Китап донъяһына - матур баҫҡыстан
Автор:Дина Галеева
Читайте нас