

Осрашыуҙы ҡала хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Ирина Борисова асты. Ул үҙ сығышында йәмәғәт эшенең мөһимлеген билдәләне.
- Беҙҙең ҡалала хакимиәт Йәмәғәт палатаһы менән килешеп эшләй, - тине ул. - Эшегеҙ бик кәрәкле, һеҙ төрлө өлкәләрҙә ҡала халҡының мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһайһығыҙ, шуның менән ҡала мөхитенең уңайлылығы өсөн яуаплы булған һәр мәсьәләне хәл итәһегеҙ.
Ирина Борисова билдәләүенсә, Салауатта Йәмәғәт палатаһының эше - формаллек түгел, ә йәнле, даими процесс: түңәрәк өҫтәл артында даими осрашыуҙар, социаль селтәрҙәрҙә фекер алышыуҙар, аныҡ сығыштар һәм тәҡдимдәр, уларға ҡала хакимиәте һәр ваҡыт яуап ҡайтара.
Республика Йәмәғәт палатаһының эшмәкәрлеге тураһында доклад менән эшҡыуарлыҡ һәм экология буйынса комиссия рәйесе, республиканың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Анна Иҙрисова сығыш яһаны. Ул эштең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне һәм мөһим һандар менән таныштырҙы: быйыл туғыҙ айҙа Йәмәғәт палатаһы ағзалары муниципаль палаталар менән бергә йәмәғәт мониторингы үткәргән һәм меңдән ашыу объектты ҡараған. Тикшереү һөҙөмтәләрен профилле органдарға еткергәндәр, һәм күп кенә иҫкәрмәләр тиҙ арала бөтөрөлгән.
Әлеге ваҡытта республика Йәмәғәт палатаһында төрлө йүнәлештәр буйынса алты комиссия һәм 11 эшсе төркөм эшлай.
- Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәренең береһе булып ҡануниәтте һәм хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын камиллаштырыуҙа ҡатнашыуы тора. Йәмәғәт палатаһы ағзалары Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы эшсе төркөмдәр һәм эксперт советтары составына инә, закон проекттарын тикшереүҙә һәм йәмәғәт экспертизаһында ҡатнаша. Әҙерлек этабында уларҙың граждандарға йоғонтоһон баһаларға һәм төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға мөмкинлек биргән федераль закон проекттарының нуль уҡыуҙары айырыуса әһәмиәткә эйә, - тип аңлатты Анна Иҙрисова.
Спикер һөйләүенсә, 2026 йылда Йәмәғәт палатаһы федераль закон проекттарына алты экспертиза үткәргән, шулай уҡ йәмәғәт контроле һәм муниципаль йәмәғәт палаталары эшмәкәрлегенең дөйөм принциптары тураһында Башҡортостан Республикаһы закондарының ике проектын әҙерләгән.
Ул мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе яҡлау мәсьәләләренә айырым туҡталды. Һүҙ концерт майҙансыҡтары һәм артистарҙың сығыштары тураһында бара. БР Йәмәғәт палатаһы ағзалары әйтеүенсә, хәҙер бындай бизнес илдең киләсәге өсөн яуаплылыҡты уртаҡлашасаҡ һәм гастролдәрҙе планлаштырыу стадияһында уҡ артистарҙың репертуарын үҙаллы тикшерәсәк:
- Түбәндәге тәҡдимдәр тикшерелә. Беренсеһе: артистар менән килешеүҙәргә деструктив контент элементтары, деструктив идеология, Рәсәй Федерацияһының норматив-хоҡуҡи акттарын боҙған мәғлүмәт менән әҫәрҙәрҙе башҡарыу яраҡһыҙлығы тураһында пунктты индерергә. Хоҡуҡ боҙоу артисҡа зыянды ҡапламайынса һәм ҙур штраф санкциялары менән килешеүҙе бер яҡлы өҙөүгә килтерергә тейеш. Икенсеһе: мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә мәғлүмәт мөхитен мониторинглау һәм законһыҙ деструктив контентты таратыу факторын асыҡлау. Өсөнсөнән: йәмәғәт контроле сараларын үткәреү һәм ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған осраҡта, артабан яуап биреү сараларын ҡулланыу өсөн, мәғлүмәтте вәкәләтле органдарға һәм ойошмаларға ебәреү.
Салауат ҡалаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ирина Назарова команданың яңы составтағы эше тураһында ентекле һөйләне.
Палата структураһында дүрт комиссия: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм социаль сәйәсәт, шулай уҡ граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, ирекмәнлек һәм патриотик тәрбиә буйынса яңы комиссия. Уның составында 21 кеше.
Бер йылда палата 17 йәмәғәт тикшереүен үткәргән. Һөҙөмтәләр буйынса белешмәләр төҙөп, уларҙы ҡала хакимиәтенә ебәрәләр. Палата ағзалары шулай уҡ хакимиәт башлығы менән бергә аҙна һайын оператив ултырыштарҙа һәм күсмә тикшереүҙәрҙә ҡатнаша.
Ирина Назарова гуманитар эшкә айырым иғтибар бүлә. Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм патриотик тәрбиә биреү буйынса комиссия рәйесе Александр Бабаян Конвой Z Салават мобиль төркөмө менән етәкселек итә, ул МХО биләмәһенә 20-нән ашыу гуманитар йөк алып барған. Уның урынбаҫары Ильвира Анпилогова көмөш ирекмәндәр менән бергә гуманитар конвойҙар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.
Осрашыуҙа ҡатмарлы темаларға ла туҡталдылар. Киҫкен мәсьәләләрҙең береһе биналарҙағы алтаҡталарға ҡағылды (һүҙ заказ биреү пункттары тураһында бара): франшиза һәм килешеүҙәр сикләүҙәре арҡаһында эшҡыуарҙар уларҙы үҙаллы үҙгәртә алмай, был иһә башҡорт телендә яҙыу өҫтәргә мөмкинлек бирмәй. Шул уҡ ваҡытта «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законға ярашлы,ҡулланыусылар өсөн бөтә асыҡ мәғлүмәт мотлаҡ ике дәүләт телендә - башҡортса һәм русса бирелергә тейеш. «Һүҙ эшҡыуарҙарҙың яуапһыҙлығы тураһында ла бармай. Килешеү буйынса уларҙың быны эшләргә мөмкинлеге юҡ. Әгәр улар яҙыуҙы үҙгәртһә, штраф һаласаҡтар. Шуға күрә был мәсьәләне федераль кимәлдә хәл итергә кәрәк», - тигән фекерҙәр ишетелде.
Ултырышта салауаттар күптән тулышҡан һорауҙарҙы ла күтәрҙе. Бер ҡатын эттәрҙе йөрөтөү һәм улар артынан йыйыштырыу проблемаһын билдәләне: «Бер кем дә үҙе менән һауыт йөрөтмәй. Эттәр өсөн бөтә ерҙә лә бәҙрәф һымаҡ, ә ҡыш үткәс, бөтәһе лә ерҙә ятып ҡала. Быны кем йыйырға тейеш? Ни өсөн бының өсөн штраф һалмайҙар?
Быға ҡала хакимиәте һәм йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, тема контролдә, тип яуап бирҙе:
- Хакимиәт башлығы Марат Зәһиҙуллин һәр киңәйтелгән ултырышта ошо мәсьәләне күтәрә. Эйе, мәҙәниәтлек тәрбиәләү - оҙайлы процесс, әммә үҙгәрештәр бар: күп кенә граждандар ысынлап та ҡапсыҡтар тотоп йөрөй. Бынан тыш, Космонавтар бульварындағы паркты реконструкциялау барышында ҡалала эттәрҙе йөрөтөү өсөн махсус майҙансыҡ төҙөлдө - быйыл ул эшләй башланы ла инде. Ҡала халҡы киләсәктә тәрбиәлерәк булыр, инфраструктура дөрөҫ ғәҙәттәрҙе формалаштырырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ, - тип аңлатма бирҙе ҡала хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һорауҙары буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Фәнил Моратов.
Икенсе мөһим һорау һанлы сервистарға һәм кире бәйләнешкә ҡағылды. Ҡала башланғыстарында әүҙем ҡатнашҡан ҡатын «Дәүләт Хеҙмәте Йорт»платформаһының эшендәге проблемаларҙы атаны:
- Ҡала хакимиәте аҙна һайын халыҡты ошо системаға ҡушылырға саҡыра. Һәр йортта һанлы канал булдырылған, унда 14 ойошма - ресурс хеҙмәткәрҙәре лә, медиктар ҙа, башҡа хеҙмәттәр ҙә ҡатнаша. Әммә кешеләр һорауҙар бирә, ә яуаптар күренмәй. Модератор мәғлүмәт кенә һала, ә конкрет мөрәжәғәттәр ҡаралмай. Бынан тыш, эш менән бөтөнләй шөғөлләнмәгән боттар өҫтәлә башланы, шуға кешеләр платформанан китә. Һөҙөмтәлә, инструмент яҡшы, ә механизм насар эшләй булып сығамы? - тине ул.
Власть вәкилдәре хәлде ентекле тикшерергә һәм һәр мөрәжәғәт билдәләнгән ваҡытта яуап алһын өсөн модераторҙар һәм профилле хеҙмәттәр менән эште көсәйтергә вәғәҙә бирҙе.
Сығыш яһаусыларҙың береһе ҡалала балалар һәм үҫмерҙәр өсөн заманса ял итеү урындарының етешмәүенә зарланды. Уның фекеренсә, коммерция төҙөлөшө социаль инфраструктураны ҡыҫырыҡлай, ә емерелгән мәҙәниәт усаҡтары урынына яңы үҫеш үҙәктәре төҙөлмәй.
Республика Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре яуап итеп, бындай башланғыстарҙы аныҡ тәҡдимдәр рәүешендә теркәп, йәмәғәт контроле һәм закон проекттарының нуль уҡыуҙары механизмдары аша тапшырырға кәрәклеген билдәләне - ошо рәүешле улар профилле министрлыҡтарҙың иғтибарына тиҙерәк эләгә һәм финанслауға дәғүә итә ала.
Йомғаҡ яһап, ҡатнашыусылар бер фекергә килде: бындай күсмә ултырыштар - власть һәм йәмғиәттең берлектәге эшенең ысын инструменты. Алда - яңы мониторингтар, проекттар һәм башланғыстар, ә иң мөһиме - власть менән йәмғиәт араһында асыҡ диалогты һаҡлап ҡалыу.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.