

«Алмаз» спорт мәктәбе директоры Михаил Гусятников һөйләүенсә, Калинин урамындағы 2-се мунса тулы ҡеүәтенә эшләй башлаған - ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ике бүлек тә ҡунаҡтар өсөн асыҡ. Пушкин урамындағы 1-се мунсала ҡатын-ҡыҙҙар бүлеге асыла, ә ир-егеттәрҙекен ошо көндәрҙә сафҡа индерергә планлаштыралар.
Белгестәр иҙән япмаһын алмаштыра, гидроизоляция яһай, стеналарҙы яңырта. Көпләү өсөн төрлө ағас төрҙәрен һайлайҙар: Пушкин урамындағы мунсала - йүкәнән, Калинин урамындағыһы еректән. Бынан тыш, сауналарҙа косметик ремонт үткәрелә. 1-се мунсала яңы граниттан эшләнгән йыуыныу эскәмйәләре ҡуйылған, ишектәр алмаштырылдған мейес яғыу бүлектәре йыһазландырылған. 2-се мунсала фасадты һәм ҡыйыҡты йүнәткәндәр, ир-аттар бүлегендә ишектәрҙе, эскәмйәләрҙе өлөшләтә алмаштырғандар, газ счетчигы ҡуйғандар һәм ял бүлмәһен ипкә килтергәндәр.
Киләсәккә пландар байтаҡ. Киләһе йылда ике мунсала ла фасадтарҙы яңыртыу буйынса эштәр планлаштырыла. Бынан тыш, 2-се мунсала кейем алмаштырыу бүлмәләрендә вентиляцияны йыһазландырырға йыйыналар, әле ул унда юҡ. Яҡын-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү буйынса пландар ҙа бар.
- Беҙ ҡала хакимиәте башлығы менән һөйләштек, киләһе йылда Пушкин урамындағы 1-се мунса биләмәһендә 400 квадрат метр асфальт япма эшләргә ярҙам итергә вәғәҙәләнеләр, - тип уртаҡлашты Михаил Гусятников.
Тиҙҙән салауаттар пар бүлмәләрендәге яңыртылған интерьерҙарҙы һәм яҡшыртылған шарттарҙы ғына түгел, тыштағы уңайлыҡты ла күрә аласаҡ. Мунса комплексы яйлап ҡала өсөн мөһим урынға әйләнеп килә - хәҙер унда хәүефһеҙ һәм уңайлы.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.