

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» - бизнес вәкилдәренә ер участкалары һайлауҙан алып дәүләт ярҙамы алыуға тиклемге төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам иткән һөҙөмтәле майҙансыҡ. Бындай осрашыуҙарҙы ҡала йәки район башлығы үткәрә, уларҙа шулай уҡ профилле структуралар етәкселәре ҡатнаша.
Наил Хөсәйенов 15 йыл самаһы үҙ бизнесын етәкләй: автомобилдәрҙе тауыш ҡорамалдары һәм сигнализация менән йыһазландыра. Ул заманса детейлинг-үҙәк асырға ниәтләй.
- 500 квадрат метр самаһы майҙанда ҙур профессиональ сервис эшләргә теләйем. Яҡынса 10 машинаға иҫәпләнгән сервис планлаштырам, шунда уҡ бәләкәй магазин, кафе, клиенттар өсөн ял итеү зонаһы буласаҡ, тимәк, миңә шул уҡ 10 автомобиль өсөн ҙур парковка кәрәк буласаҡ. Һәм, әлбиттә, бөтә коммуникацияларҙың да үткәрелеүе яҡшы, - тине эшҡыуар.
Бизнесмен Вокзал урамындағы ете сутый ер участкаһын һайлаған. Эргәһендә машина йыуыу ойошмаһы бар. Наил Хөсәйенов уны конкурент итеп күрмәй, сөнки уның бизнес-идеяһы башҡа форматта. Хакимиәт белгестәре был биләмәнең техник мөмкинлектәрен раҫланы һәм эшҡыуарға өҫтәмә варианттар ҙа тәҡдим итте. Хәҙер Наил Хөсәйенов өсөн документтарҙы рәсмиләштереү буйынса «юл картаһы» төҙөлә.
Икенсе эшҡыуар Илдус Ғәлийәнов та ошондай уҡ маҡсат менән килгән. 15 йылдан ашыу ул ҡалала автосервис үҫтерә, шул иҫәптә автомобиль ремонтлау һәм шина монтажлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Хәҙер бизнесмен эшен киңәйтергә ниәтләй: киңәйтелгән хеҙмәттәр исемлеге менән масштаблыраҡ майҙансыҡ асырға, яңы эш урындары булдырырға һәм клиенттар өсөн уңайлы көтөү зонаһы булдырырға. Эшҡыуарҙың нөктәһе Ленинград һәм Островский урамдары сатында урынлашҡан. Яңы объект өсөн Илдус Ғәлийәнов ике потенциаль участканы ҡарай.
Эшҡыуарлыҡ сәғәте барышында хакимиәт башлығы менән осрашыу барышында ике вариантты ла ентекле тикшерҙеләр. Асыҡланыуынса, участкаларҙың береһендә эргәлә үткән газ үткәргес арҡаһында сикләүҙәр бар: унда капиталь объектты газ үткәргестәр менән алдан килешеүһеҙ урынлаштырыу мөмкин түгел. Был ерҙе кадастр иҫәбенә ҡуйыу процедураһын ҡатмарлаштыра.
Салауат хакимиәте вәкилдәре килешеү ҡайҙа тиҙерәк һәм хәүефһеҙерәк үтәсәген һайлап алыу өсөн ике участканы ла өҫтәмә өйрәнергә тәҡдим итте. Эшҡыуарға яҡын арала юл картаһын әҙерләргә вәғәҙә иттеләр: унда ниндәй документтар йыйырға, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм ниндәй тәртиптә эш итергә кәрәклеген яҙып ҡуялар. Был Илдус Ғәлийәновҡа артабанғы аҙымдар алгоритмын аныҡ аңларға һәм көтөлмәгән ҡаршылыҡтар менән осрашмаҫҡа ярҙам итәсәк. Әгәр инвестиция проекты өҫтөнлөклө статус ала икән, республикабыҙҙа сауҙа үткәрелмәгән ер участкалары эшҡыуарҙарға төбәк башлығынан инвестиция сәғәте сиктәрендә бирелә.
Бынан тыш, уларға республика кимәлендә ҙур ярҙам күрһәтелә. Салауат хакимиәте һәр проектты республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуға тиклем оҙатып барасаҡ.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотоһы.