

Фойела ҡунаҡтарҙы ҡаланың алдынғы сәнәғәт предприятиелары, йәмәғәт хәрәкәттәре һәм спорт мәктәптәре тураһында һөйләгән күргәҙмә көтә ине.
-Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы көнө менән ихлас ҡотлайым. Был байрам күптән инде изге йолаға әүерелде. Ул Рәсәйҙең көслө дәүләт берҙәмлегендә күп милләтле һәм күп конфессиялы халҡыбыҙҙың татыулығын һәм берҙәмлеген сағылдыра. Республикала был байрам - кесе Ватаныбыҙҙың һәр мөйөшөнөң ҡаҙаныштарын билдәләү өсөн сәбәп. Бөгөн беҙ Башҡортостанда ҙурлығы буйынса өсөнсө булған Салауат ҡалаһының төбәктең тотош үҫешенә тос өлөш индереүен күрәбеҙ, - тип сәләмләне ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.
Ҡала етәксеһе Салауат һәм Күмертау епискобы Николай Һәм «Махсус автохужаыҡ Плюс» йәмғиәте директоры Юрий Кириловты «Ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләне. Эштәрендәге юғары профессионализмы өсөн ҡала хакимиәтенең почет грамоталарын «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең слесарь-ремонтсыһы Игорь Гапонов һәм ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Редик Ғәниев алды.
Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән махсус хәрби операция ветерандары Рәйес Рәхимов, Михаил Романов, Андрей Крехов, Радмир Ғималов Һәм Иван Зуев билдәләнде. Зал геройҙарҙы аяҡ өҫтө баҫып алҡышланы.
Ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Успенский утары» Казак халыҡ дружинаһы дружинниктары Максим Виденеевҡа һәм Марина Потеряеваға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Тантанала Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Виталий Барзайкин сығыш яһаны.
- Һеҙҙе республиканың төп дәүләт байрамы менән ихлас ҡотлайым! Һуңғы йылдарҙа илебеҙ бығаса күрелмәгән ҡаршылыҡтар менән осраша. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан илебеҙ Президенты Владимир Путин ҡуйған бөтә бурыстарҙы ышаныслы үтәй, - тине ул.
Һүҙ төбәктең именлеген тәьмин итеү, иҡтисадты нығытыу, техник үҫеш һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү хаҡында бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республикала хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү үҙәктәре асыла. Шуларҙың береһе июндә Салауатта үҙ ишектәрен асты.
Виталий Барзайкин да шәхси батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Суворов миҙалы менән махсус хәрби операция ветераны Руслан Айытбаевты, балаларын лайыҡлы тәрбиәләгәне, ғаилә йолаларын һаҡлағаны өсөн «Әсәлек даны» миҙалы менән биш ҡыҙ әсәһе Юлиә Фәйрүзованы бүләкләне.
Үҫеп килеүсе быуынды художество-эстетик тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһы менән Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайының өҫтәмә белем биреү педагогы Эмиль Һөйәрғолов бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең почет грамотаһын һәм рәхмәт хатын «Газпром нефтехим Салауат» контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса слесарь Петр Кущ, «8-се торлаҡ идаралығы» йәмғиәтенең баш бухгалтер урынбаҫары Валентина Кузнецова, «9-сы йорт идаралығы»ның прорабаһы Ольга Фролова, ҡала советы депутаты, шәхси эшҡыуар Роман Максимов һәм «Трамамвай идаралығы» предприятиеһының трамвай водителе Ирина Павлова алды.
Салауаттарҙы Республика көнө менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Александр Иванов та ҡотлап, ҡала халҡына изге теләктәрен еткерҙе һә урындағы үҙидара үҫешенә ҙур өлөш индергәне, әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың почет грамотаһы менән ҡаланың Финанс отчетлыҡ үҙәге директоры Кристина Шәмсетдинованы, мәғлүмәт-техник хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе һәм «Трамвай идаралығы»ның юл хужалығы хеҙмәте начальнигы Сергей Паховичты бүләкләне.
«Атайсал - кесе Ватан» проектында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ҡала Советы рәйесе, «Салауатгидравлика» йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Соболевҡа, ҡала хакимиәте башлығы кәңәшсеһе Руслан Ишморатовҡа, «Салауатбыяла» йәмғиәтенең директоры Сергей Агуреевҡа рәхмәт хаттары тапшырылды.
Тантана байрам концерты менән тамамланды, уны салауаттарға һәм ҡала ҡунаҡтарына ҡаланың һәм республиканың ижади коллективтары бүләк итте.
Алена БИЗИКИНА фотолары.