

- Ошо категория граждандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен етди контролдә тотабыҙ. Бөгөн белгестәребеҙгә ҙур рәхмәт әйтергә теләйем - улар эште яҡшы кимәлдә ойошторҙо. Яңы йорт хужаларына уңайлылыҡ булдырыр өсөн фатирҙарҙы ремонт менән тапшырабыҙ, мебель алып, йәшәй башлаһаң да була. Һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә килегеҙ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ. Киләсәктә торлаҡ майҙанын киңәйтеп, йәшәү шарттарын тағы ла яҡшыртырһығыҙ, ә был фатирҙар уңышҡа табан ышаныслы нигеҙ булыр. Йорттарығыҙҙа матур ғаиләләр ҡороғоҙ, һәр ваҡыт сабыйҙарҙың шат тауышы яңғырап торһон, нигеҙегеҙ ныҡлы, бәхетегеҙ тулы булһын, - тине ҡала башлығы.
Бәхетле асҡыс эйәләренең береһе Арсений Авраменко Өфө фән һәм технологиялар университетының 3-сө курсында уҡый. Ул - буласаҡ программа инженеры.
- Фатир бирелеүе тураһындағы хәбәр минең өсөн көтөлмәгән булды. Әле генә бирмәҫтәр, тип уйлағайным. Торлаҡ алыу менән бәйле проблемалар һәм тотҡарлыҡтар тураһында күп ишетергә тура килде, ә миңә, күрәһең, ысынлап та, бәхет йылмайғандыр. Фатир фотолағына ҡарағанда ла яҡшыраҡ, яҡты, йәмле. Хәҙер әйберҙәр алып, үҙ мөйөшөмдө йыһазландырырға кәрәк. Әммә, беренсе урында, әлбиттә, уҡыу тора, һуңынан магистратураға инергә ниәтләйем. Ҡала хакимиәтенә беҙҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙәре һәм етем балалар хаҡында хәстәрлек күреүҙәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тип уртаҡлашты Арсений.
Ейәне өсөн егеттең опекуны - өләсәһе Валентина Шушпанова ла ихлас шатлана.
- Арсенийҙы үҫтерҙем, аяҡҡа баҫтырҙым. Ул шул тиклем етди, яуаплы егет. Миңә бер ваҡытта ла ҡыйылыҡтар тыуҙырманы, яҡшы уҡыны, төп ярҙамсым булды. Өфөгә уҡырға киткәс, шул тиклем юҡһындым. Әле лә һағынам. Ул көн һайын шылтыратып хәлемде белә. Хәҙер уның үҙ мөйөшө булыуына бик шатмын. Бының өсөн ҡала хакимиәтенә ҙур рәхмәт. Етем балаларҙы ваҡытында торлаҡ менән тәьмин итеү - ғәйәт ҙур хеҙмәт ул, - тине Валентина Георгиевна.
Икенсе адреста түҙемһеҙләнеп бәхетле асҡыстарҙы Аделина көтә ине.
- Ҡыуанысым сикһеҙ! Ниһайәт, үҙ мөйөшөбөҙ булды. Өҫтәүенә, ремонт яһалған. Кер ҙә йәшә, тип әйтергә була. Ярҙамдары өсөн ҡала хакимиәте командаһына рәхмәт, - тине Аделина.
Уның һүҙҙәренә тормош иптәше лә ҡушылды:
- Беҙ быға тиклем фатирҙы ҡуртымға алып йәшәнек, хәҙер үҙебеҙҙең фатирыбыҙ бар. Бынан ары сит кешегә аҡса түләргә кәрәкмәҫ. Етем балаларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағаны өсөн дәүләткә, шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллинға скиһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бөгөн диван, ә иртәгә ҡалған мебелде һәм техника килтерәсәктәр. Беҙ асҡыстарҙың тапшырыласағын белгәс тә, шунда уҡ заказ биреп ҡуйҙыҡ, киләһе аҙнала күсенергә планлаштырабыҙ.