

Космонавтар бульварындағы скверҙы реконструкциялауҙың беренсе сираты былтыр тамамланды, әле ҡалған участкала эш ҡайнай. План буйынса бында скейт-парк, амфитеатр, эттәрҙе йөрөтөү майҙансығы, коммерция зонаһы һәм видеокүҙәтеү системаһы урынлашырға тейеш. Әммә эштәр барышы ҡала хакимиәте башлығында етди һорауҙар тыуҙырҙы, һәм улар тәү сиратта проектлаусыға йүнәлтелде.
Кәңәшмәне асып, Марат Зәһиҙуллин скейт-паркҡа туҡталды. Төҙөлөш барышы буйынса бер нисә дәғүә бар, һәм подрядсыға етешһеҙлек тәрҙе эшкәртеү өсөн ваҡыт кәрәк.
Төп дәғүәләрҙең береһе документтар әйләнешенә ҡағылды. Марат Зәһиҙуллин, дәғүәләр бер нисә тапҡыр белдерелеүгә ҡарамаҫтан, проектлаусынан рәсми хаттарҙың булмауын билдәләне.
- Беҙ осрашҡанда дәғүәләр тураһында һөйләштек, әммә һеҙ теге йәки был объект менән риза булмауыбыҙ тураһында беҙҙән рәсми хаттар алманыҡ, тип раҫлайһығыҙ, - тип мөрәжәғәт итте проектлаусыға ҡала башлығы.
Марат Зәһиҙуллинпроекттағы һәр үҙгәрештерәсми хаттар менән раҫларғакәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Кәңәшмәнең иң киҫкен өлөшө амфитеатрҙағы хәлторошҡа ҡағылды.
- Мин Космонавтарбульварындағы амфитеатрҙыңәлеге торошо менән ҡәнәғәт түгелмен. Дүрт ҡатлы бетонҡоролма урынына мунсаэскәмйәләрен хәтерләткәндүрт эскәмйә ҡуйылған. Былхурлыҡ, быға бер кем дә күҙйомоп ҡарамаясаҡ, - тип ризаһыҙлығын белдерҙе етәксе.
Проектлаусы үҙгәрештәрҙең сәбәптәрен аңлатты: төҙөлөш планлаштырылған урында канализация торбаһы урынлашҡан, ә ныҡлы бетон нигеҙ бик ҡиммәткә барыпбаҫыр ине. Мэр каркаслы металл амфитеатр ҡуйыу вариантын тәҡдим итте. Иң төпмәсьәлә - финанслау сығанағы.
- Мин проектлаусыға сметаны өйрәнергә һәм был проектты тормошҡа ашырыу өсөн эске резервтар табырға тәҡдим итәм. Был объект арҡаһында бәҫебеҙҙе төшөрөргә йыйынмайбыҙ, - тип белдерҙе ул.
Сметаны арттырыу етди проблема булып тора. Марат Зәһиҙуллин әйтеүенсә, ул планлаштырылған лимиттан ике тапҡырға юғарыраҡ булған, шуға күрә эш күләмен кәметергә тура килгән. Яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү буйынса эштәр башҡарылмаған, электр энергияһына тоташтырыу буйынса проблемалар бар.
Сентябрҙә яңы смета барлыҡҡа килгән. Хакимиәт башлығы иҫәпләүенсә, унда төҙөлөш материалдары саманан тыш күп күрһәтелгән, ҡағыҙға ҡул ҡуйылмаған. Бынан тыш, подрядсының проектта ҡаралмаған, әммә ҡуйып өлгөргән бордюрҙары менән бәйле һорауҙар килеп тыуҙы. Ҡала башлығы был смета менән риза булмауын, проект буйынса бөтә дәғүәләрҙең теркәлеүен һәм рәсми рәүештә ҡаралыуы өсөн ебәрелеүен талап итеүен әйтте.
Кәңәшмәне тамамлап, проектта ҡатнашыусыларҙы ҡәтғи документтар нигеҙендә һәм яуаплылыҡ менән эшкә тотонорға саҡырҙылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Космонавтар бульварындағы скверҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр Рәсәй президенты башланғысы менән булдырылған «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә алып барыла. Эштәрҙе тамамлау 2026 йылдың 1 декабренә планлаштырылған, әммә, ваҡыттың күсерелеүе ихтимал. Ҡала хакимиәте башлығы хәлде айырым контролдә тота.