+11 °С
Ясно


«Changan» автомобиле водителе Калинин урамынан Бекетов урамына боролғанда смаокатта йөрөүсе балиғ булмаған балаға бәрелә. Бала йюлды йәйәүлеләр үткәүеле аша үткән була. Һөҙөмтәлә, үҫмер тән йәрәхәттәре ала.
- Әгәр велосипедта, самокатта йәки башҡа мобиль транспортта йөрөйһөгөҙ икән, юлды үтер алдынан мотлаҡ транспорттан төшөгөҙ, - тип иҫкә төшөрәләр Салауат Дәүләт автоинспекцияһында.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә кәрәк. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Фото: Салауат Дәүләт автоинспекцияһының видео скриншоты.