

Проблеманың төп сәбәбе - ерҙең милекселәр ҡарамағында булыуында. Ҡала хакимиәте уны үҙ иҫәбенә төҙәтә алмай, ә йәшәүселәр 30 процентлыҡ берлектәге финанслауға ризалашмай. Уртаҡ фекергә килә алмағас, хакимиәт кешеләрҙең хәленә инеп, ярҙам итергә ҡарар итә. Юлға икенсе урындан алынған асфальт валсығын түшәйҙәр.
Тик изге ниәт менән башланған эш «ҡытыршы» килеп сыға. Технологияны боҙоп һалыу сәбәпле, юл тигеҙһеҙ, тулҡынлы булып ҡала. Хәҙер был юлдан үтеүселәр уны «кер йыуыу таҡтаһы» менән сағыштыра.
Ҡала башлығы Марат Зәһиҙуллин урында булып, күргәндәренән бөтөнләй ҡәнәғәт ҡалманы. Уның һүҙҙәренсә, материалды кәрәгенән артыҡ һалыу һәм эштең сифатһыҙ башҡарылыуы ошондай хәлгә килтергән.
- Яҡшыраҡ булһын тип тырыштыҡ, әммә килеп сыҡҡан һөҙөмтә талаптарға яуап бирмәй, - тип билдәләне ҡала башлығы.
Хәҙер ҡала хужалығы идаралығы алдында бурыс тора: юл япмаһын тиҙ арала тәртипкә килтерергә һәм был участканы ҡәтғи контролгә алырға. Салауат халҡы иһә, ниһайәт, был юлдың тигеҙ һәм йөрөү өсөн уңайлы булырын көтә.