Йәмғиәт
25 Сентября , 08:15

Кем ғәйепле һәм нисек хәл ителә?

Салауат ҡалаһындағы Зәки Вәлиди проспектында, Гәрәбә урамы (Янтарная) менән киҫешкән ерҙә, юл хәрәкәте өсөн хәүефле хәл килеп тыуа. Магистралдең бер өлөшөндә асфальт ишелеп төшөп, тәрән соҡор хасил була. Кем ғәйепле һәм хәл нисек хәл ителә?

Кем ғәйепле һәм  нисек хәл ителә?Кем ғәйепле һәм  нисек хәл ителә?
Кем ғәйепле һәм нисек хәл ителә?

Зәки Вәлиди урамындағы 1750 метрлыҡ юлға 2024 йылда ғына капиталь ремонт яһалған. Ул саҡта бюджеттан 38 миллион һум аҡса бүленеп, юл япмаһы һәм тротуарҙар тулыһынса яңыртыла. Әле иһә, ике йыл да үтмәҫтән, юлдың сифаты һорау тыуҙыра.
Әлеге ваҡытта подрядсы ойошма менән суд процестары бара, әммә ҡала хакимиәте һөҙөмтәне октябрь аҙағына тиклем көтөп ултырырға йыйынмай. Салауат хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин белдереүенсә, хәүефле участканы тиҙ арала үҙ көстәре менән төҙәтергә ҡарар иткәндәр.
-Беҙ юл япмаһын тулыһынса һүтеп, технологияға ярашлы яңынан һаласаҡбыҙ. Артабан был сығымдарҙы гарантия йөкләмәләре сиктәрендә подрядсынан талап итәсәкбеҙ, - тине ҡала башлығы.
Асфальттың емерелеүенә ауыр йөк машиналарының сәбәпсе булыуы ихтимал. Тирә-яҡтағы сауҙа нөктәләренә һәм төҙөлөш объекттарына йөрөгән ҙур габаритлы техника юлға рөхсәт ителгәндән күпкә артыҡ баҫым яһауы мөмкин. Әммә төп сәбәпте эксперттар тикшереүҙән һуң аныҡ әйтәсәк.
Хәҙерге ваҡытта төп бурыс - хәрәкәт итеүселәр өсөн хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм юлды тиҙ арала тәртипкә килтереү.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас