

Валерия менән Мария балалар музыка мәктәбендә уҡцған, әле улар - Салауат музыка колледжының дүртенсе курс студенттары, фортепиано бүлегендә уҡыйҙар.
- Музыка - тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшө. Был миңә тәбиғәттән һалынғандыр, күрәһең. Ата-әсәйем дә музыканттар, - тип уртаҡлаша музыкаға ете йәштән килгән Валерия.
- Ә мин музыка менән алты йәштән шөғөлләнәм. Әсәйем, ағай-апайҙаарым да сәнғәткә ғашиҡ кешеләр, - тип өҫтәне Мария.
Ҡыҙҙар Салауат музыка колледжында урынлашҡан 508-се һайлау участкаһы янында эшләйҙәр ине.
- Беҙ һайлаусыларға QR-кодлы буклеттар таратабыҙ, «Рәхмәт» акцияһы сиктәрендә улар төрлө магазиндарҙа һәм учреждениеларҙа ташламаларҙан файҙалана ала, - тип аңлатты ирекмәндәр.
Быйыл ҡыҙҙар һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр һайлаусы булараҡ ҡатнаша.
- Мин һайлауҙың беренсе көнөндә үк тауыш бирҙем. Рәсәйҙең һәр гражданы үҙ фекерен әйтеп, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә тейеш, тип иҫәпләйем. Был ҡаланың, республиканың һәм илдең киләсәк үҫешенә йоғонто яһарға ярҙам итәсәк, — тине Мария.
Ҡыҙҙар колледжды киләһе йыл тамамлай.
- Бергә консерваторияға инергә планлаштырабыҙ - әлегә Өфө менән Магнитогорскиҙы ҡарайбыҙ. Ә һуңынан, бәлки, Салауатҡа ҡайтырбыҙ, уныһын ваҡыт күрһәтер, - тип уртаҡлашты Валерия менән Мария.
Ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы бинаһында урынлашҡан 571-се һайлау участкаһында тауыш биреүселәргә «Рәхмәт» акцияһы тураһында Юля Эц һөйләй.
Ҡыҙ әсәһе кеүек ғүмерен ашнаҡсылыҡ менән бәйләргә булды. Әле ул Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжының Салауат филиалында дүртенсе курста уҡый, ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә. Һайлауҙарҙа уға ирекмән уҡыу урынында тәҡдим иттеләр ҙә инде, ул уйлап та тормай ризалаша. Өҫтәүенә, Юля 2024 йылда һайлауҙарҙа ла эшләгән.
- Минең үҙемдеңрецепттарым бар. Айырыуса төрлө соустар уңышлы килеп сыға, - ти ул.
Уҡыу күп ваҡытты алһа ла, Юля яратҡан тормош иптәшенә һәм бер йәшлек ҡыҙы Есенияға иғтибар бүлергә өлгөрә.
- Яҡындарымды төрлө тәмлекәстәр менән һыйларға тырышам, - ти ҡыҙ. - Бигерәк тә һаулыҡ өсөн файҙалы ризыҡтар әҙерләү яҡлымын. Яҡындарымды ла быға өйрәтәм.
Быйыл ҡыҙ 1-се гимназиялағы һайлау участкаһына барып, тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә ҡатнаштҡан.
- Өләсәйем Людмила Моторина һәр һайлауҙа эшләне һәм бала саҡтан беҙҙе үҙ фекереңде әйтергә өйрәтте. Шуға күрә һәр ваҡыт бөтә ғаилә менән тауыш бирәбеҙ. Ә ғаиләбеҙ бик ҙур - өләсәйҙең ун ейәне һәм бер бүләсәре! - тип. - Тауыш бирергә кәрәк, сөнки был илебеҙҙең киләсәге өсөн бик мөһим. Кеше Дәүләт Думаһында кемде күрергә теләһә, шуны һайлау хоҡуғына эйә.
Колледжды тамамлағас, Юля эшкә урынлашырға ниәтләй. Ул ваҡытҡа ҡыҙы үҫеп етәсәк һәм балалар баҡсаһына йөрөйәсәк.
- Колледжыбыҙ түләүле практика үтеү өсөн урындар тәҡдим ит, ә уҡып бөткәндән һуң эш табырға ярҙам итә. Яҡшы ашнаҡсылар бөтә ерҙә лә кәрәк, шуға күрә эшкә урынлашыу проблема булмаҫ, тип уйлайым, - тине Юля.