

568-се участкаға тауыш бирергә килгән бөтә һайлаусылар ҙа стенала Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмовҡа бағышланған стендты күрә. Ул бында осраҡлы ғына түгел.
2025 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 11-се урта мәктәптә урынлашҡан 568-се һайлау участкаһы Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмов исемен йөрөтөү хоҡуғына эйә булды.
Ошо мөһим ваҡиғанан һуң бында тәүге тапҡыр һайлауҙар үтә.
Был тарих 2023 йылда башлана. Ул саҡта 11-се мәктәп мөһим аҙым яһай: кәрәкле документтар йыйып, Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмовтың туғандары менән бергәләп, Герой исемен йөрөтөү хоҡуғын алыу өсөн республиканың хөкүмәт комиссияһына тапшыра.
- Был исемде алыу еңелдән бирелмәй, күп нимәләр баһалана: эште ойоштороу, патриотик тәрбиә биреү һәм башҡа йүнәлештәр. Мәктәптең был хоҡуҡҡа эйә булыуы менән ғорурланабыҙ! Ҡалала беренсебеҙ. Исем - был ябай яҙыу ғына түгел, беҙ етди патриотик эш алып барабыҙ. Ышаныс менән әйтә алам, мәктәптең һәр уҡыусыһы геройҙың 19 йәшендә башҡарған батырлығы тураһында белә, - тип һөйләй 11-се мәктәп директоры Светлана Свечникова.
Ул шулай уҡ матур акция тураһында ла һөйләне: үткән йылда уҡыусылар ата-әсәләре менән мәктәп ишеге алдында бәләкәй алмағастар ултыртҡан. Бер-ике йылдан улар ап-аҡ сәскәгә күмелерҙәр, Хәсән Әхтәмов Еңеү менән өйгә ҡайтҡас, ошоно күрергә хыялланған була.
Ә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы йылында һайлау участкалары араһында исемле булыу хоҡуғына конкурс иғлан ителгәс, ҡаланың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Федор Тиунов Светлана Свечниковаға, ул күп йылдар 568-се участка һайлау комиссияһын етәкләй, документтар тапшырырға тәҡдим итә
- 2025 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының участкаға Хәсән Әхтәмов исемен биреү тураһында ҡарары сыҡты. Һәм беҙ ҡабаттан беренсе булдыҡ, әлегә тиклем ҡалала берҙән-бер булып ҡалабыҙ, - тип ғорурлыҡ менән уртаҡлаша Светлана Свечникова.
Быйылғы сентябрь һайлауҙары - исемле участкала үткән тәүге һайлауҙар.
- Участканың исемле булыуы һайлау комиссияһына өҫтәмә бурыстар йөкмәтә, Советтар Союзы Геройы исемен йөрөтөү - ҙур яуаплылыҡ, бөтә нәмә аныҡ эшләргә тейеш. Беләһегеҙме, исем биреү эше барғанда бер нисә параметр иҫәпкә алынды, шул иҫәптә комиссияның һәр ағзаһының эше, ялыуҙарҙың һәм боҙоуҙарҙың булмауы, - тип һөйләй Федор Тиунов.
Светлана Свечникова - ҙур стажлы рәйес, ә һайлау системаһында ул 18 йәшенән, дөйөм стажы - 40 йылға яҡын. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ул мәктәп директоры булараҡ, 11-се мәктәп базаһында эшләгән тағы ике участканы ойоштороуҙа ла ярҙам итә
- Эйе, беҙ һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү менән танышбыҙ, әммә һәр тапҡыр иҫәпкә алырға кәрәк булған нескәлектәр бар, - тип уртаҡлаша Светлана Свечникова.
Советтар Союзы Геройы исемен йөрөткән участка - һайлау комиссияһы участкаһы ағзалары өсөн генә түгел, тауыш биреүселәр өсөн дә ғорурлыҡ сәбәбе.
- Исемле участкала тауыш биреү - ғорурлыҡ сәбәбе. Беҙ был һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр тауыш биреүселәрҙе ҡотлағанда уларҙың гражданлыҡ бурысын тәүге тапҡыр үтәгән участканың кем исемен йөрөтөүен айырым билдәләйбеҙ. Былай ҙа тулҡынланған 18 йәшлек егеттәр менән ҡыҙҙар, мәлдең мөһимлеген аңлап, таүы ла етдиерәк булып китәләр, - тип уртаҡлаша Светлана Свечникова.