+14 °С
Облачно


София Гаттарова өсөнсө курста уҡый. Колледжды тамамлағас, Өфөгә күсергә һәм шунда урындағы поликлиникаға эшкә урынлашырға ниәтләй.
Дарина Хрыкина әсәһе юлынан китергә һәм фельдшер һөнәрен алырға ҡарар иткән.
- Беҙ һайлауҙарҙа ирекмән булып бөгөн генә, тауыш биреүҙең һуңғы көнөндә эшләйбеҙ. Ҡан баҫымын үлсәтергә теләүселәр беҙгә мөрәжәғәт итә ала, - ти Дарина.
Ҡыҙ Мәләүез районының Нөгөш ауылынан, әммә уҡыу өсөн Салауатты һайлаған. Уҡыуын киләһе йыл тамамлай һәм кешеләргә ярҙам итеү өсөн үҙләштергән һөнәре буйынса эш башлаясаҡ.
- Әлегә ҡайҙа эшкә урынлашасағымдыл аныҡ ҡына әйтә алмайым. Яҙға тиклем ваҡыт бар әле, - ти Дарина.