газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Йәмғиәт
20 Сентября , 15:01

Салауатта һайлау участкаларында музыка яңғыраны

«Һайлауға байрамға барған кеүек барабыҙ», - ти күптәр Салауат ҡалаһында. Һәм улар хаҡлы ла! Ҡаланың һайлау участкаларында тауыш биреү мәлен иҫтә ҡалырлыҡ, айырым бер байрам итеү өсөн бөтәһе лә эшләнә.

Салауатта һайлау участкаларында музыка яңғыраныСалауатта һайлау участкаларында музыка яңғыраны
Салауатта һайлау участкаларында музыка яңғыраны

Изге йола буйынса, Салауат музыка колледжында урынлашҡан 580-се һайлау участкаһында һайлаусыларҙы музыка менән ҡаршыланылар.
Иң беренсе булып салауаттарҙы «Элегия» камера ансамбле музыканттары ҡаршы алды. Етәксеһе - Гөлнур Бенифанд.
- Ҡала халҡының туҡтап, беҙҙе тыңлауы, сығышыбыҙға алҡыштар бүләк итеүе күңелде күтәрә! Бынан кәйефебеҙ тағы ла яҡшыра, тағы ла уйнағы килә! - ти Гөлнур Бенифанд. - Репертуарыбыҙ ҙур: классика, заманса һәм күптәргә таныш әҫәрҙәр.
Гөлнур Бенифанд һайлауҙың беренсе көнөндә үк тауыш биреүҙә ҡатнашыуын һөйләне.
- Беҙҙе быға бәләкәйҙән өйрәттеләр. Һайлауға барырғамы-юҡмы тигән һорау бер ваҡытта ла тыуманы. Шуға күрә мин әле лә, тәүге тапҡыр тауыш бирергә барған ваҡыттағы кеүек, байрамға барғандай барам, - ти Гөлнур Бенифанд.
Икенсе музыкаль номерҙы һайлаусыларға Салауат музыка колледжының «Рәсәй халыҡтарының милли ҡоралдары» һөнәре буйынса икенсе курс студенты Данил Туҡтаров бүләк итте. Ул ҡурайҙа уйнаны.
- Музыка менән һигеҙ йәшемдән шөғөлләнәм. Үҙем Ишембайҙан. Ата-әсәйемдең урындағы түңәрәккә яҙылырға тәҡдим иткәнен әле лә хәтерләйем -музыкаға юлым шулай башланды. Мәктәптән һуң Салауат колледжына уҡырға индем һәм быға бик шатмын, - ти Данил. - Ҡурай - иң матур музыка ҡоралылыр, тип иҫәпләйем, уның яңғырауы бик оҡшай.
Колледжды тамамлағас, егет армияла хеҙмәт итергә, шунан юғары белем алырға һәм һөнәре буйынса эшләргә ниәтләй.
- Өйгә яҡын булыр өсөн Өфөлә уҡырға теләр инем, - тип Данил үҙ пландары менән уртаҡлашты.
20 сентябрҙә ҡала мәғариф идаралығындағы 571-се участкала ла күңелле музыка яңғырай ине: һайлаусыларҙы Татьяна Хафизова етәкләгән «Сударушка» рус халыҡ ҡоралдары халыҡ ансамбле ҡаршы алды. Музыканттарҙың сығышын күптәр видеоға төшөрҙө, ә кемдәрҙер бейергә лә төштө.
- Беҙҙең ансамблгә 25 йыл. Беҙ бөтә һайлауҙарҙа ла сығыш яһайбыҙ. Һәр ваҡыт кешеләр беҙҙең сығыштарҙы йылы ҡабул итә, шуға тағы ла күберәк эшләге һәм ижад итке килә, - тине Татьяна Хафизова.
Татьяна Хафизова музыкала 40 йылдан ашыу.
Ансамблдең репертуары ла бик бай.
Татьяна Хафизова һайлауҙарҙа 18 сентябрҙә үк тауыш биргән.
- Илдең киләсәген хәстәрләрү өсөн һайлауҙа ҡатнашырға кәрәк, тип иҫәпләйем, - ти ул ышаныслы рәүештә.
«Сударушка» ансамбле музыканттары - ҡала, республика һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге педагогик оҫталыҡ конкурстары ҡатнашыусылары, Өфө конкурстарының береһендә Гран-приға эйә булалар.

 

Салауатта һайлау участкаларында музыка яңғыраны
Салауатта һайлау участкаларында музыка яңғыраны
Салауатта һайлау участкаларында музыка яңғыраны
Салауатта һайлау участкаларында музыка яңғыраны
Салауатта һайлау участкаларында музыка яңғыраны
Автор:Дина Галеева
Читайте нас