газета "Салауат"
+15 °С
Облачно
Йәмғиәт
20 Сентября , 13:31

Салауатта ҡала дауаханаһындағы һайлау участкаһы нисек эшләй?

Эльвира Собханғолова етәкләгән участка һайлау комиссияһы һайлауҙарҙа ун йыл эшләй. Ул - ҡала дауаханаһында урынлашҡан 605-се участка.- Коллектив татыу, мөһим эште бергәләп башҡара. Беҙҙең 605-се һайлау участкаһы - иң ҙурҙарҙың береһе, 2000-дән ашыу кеше! - тип уртаҡлаша һайлау комиссияһы участкаһы рәйесе.

Салауатта ҡала дауаханаһындағы һайлау участкаһы нисек эшләй?Салауатта ҡала дауаханаһындағы һайлау участкаһы нисек эшләй?
Салауатта ҡала дауаханаһындағы һайлау участкаһы нисек эшләй?

Эльвира Собханғолованың һүҙҙәренсә, комиссия ағзалары һәм һайлаусылар бер-береһен белә. Быға йорт буйлап йөрөү ҙә булышлыҡ иткән.
- Был бик һөҙөмтәле ысул. Һайлаусылар беҙҙе белә, ә беҙ - уларҙы, был һайлауҙарҙа ҡатнашыуға ыңғай йоғонто яһай, - тип аңлата Эльвира Риф ҡыҙы.
Уның һүҙҙәрен раҫлағандай, участкаға салауаттар килеп инде, комиссия ағзалары уларҙы йылмайып, күптәнге таныштары кеүек сәләмләне. Уларҙың береһе - Илдар Хөснөтдинов. Күренеүенсә, ул оҙаҡ йылдар был участкаға ҡарай һәм бер һайлауҙы ла ҡалдырмай
- Мин элемтә узелында эшләнем, үткән һайлауҙарҙың барыһында ла бында элемтә үткәрҙем, - тип йылмая ул.
Әле ул башҡа урында эшләй, ә һайлауҙарға күптәндән белгән ошо участкаға килә.
- Бер тауыш бер нимә лә хәл итмәй кеүек тойола, әммә был улай түгел. Барыһы ла һайлауҙарға мотлаҡ йөрөргә тейеш, - тине ул.
Һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары һүҙҙәренсә, тауыш биреү өсөн барыһы ла: пенсионерҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар, йәштәр килә, ғаиләлеләр ҙә күп.
- Тауыш биреүселәр араһында ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Гөлнара Айбатова ҡыҙы Аделина менән килде, - тип һөйләй ҡала дауаханаһы профкомы рәйесе Эльвира Собханғолова.
Был участкала һайлаусылар өсөн «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге коллективтары (етәксеһе Рауил Хәкимов) матур концерт ҡуйҙы.

 

 

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас