газета "Салауат"
+15 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Сентябрь , 12:08

Салауатта 101 йәшлек ветеран Таис Ғөбәй улы Колышев тауыш бирҙе

101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҡаланың Почетлы гражданы Таис Ғөбәй улы Колышев үҙ йортонда тауыш биреү хоҡуғын файҙаланды.

Салауатта 101 йәшлек ветеран Таис Ғөбәй улы Колышев тауыш бирҙеСалауатта 101 йәшлек ветеран Таис Ғөбәй улы Колышев тауыш бирҙе
Салауатта 101 йәшлек ветеран Таис Ғөбәй улы Колышев тауыш бирҙе

- Бынан ситтә ҡалырырға ярамай, - ти Таис Гөбәй улы. - Беҙ әле насар ҙа йәшәмәйбеҙ кеүек, әммә әҡшыраҡ кәрәк. Йәштәр тыныс уҡыһын, эшләһен, ғаилә ҡорһон һәм дәүләткә файҙа килтерһен өсөн тыныслыҡ урынлаштырыу зарур.
Таис Ғөбәй улы тыныслыҡтың ни хаҡ менән бирелгәнен яҡшы аңлай һәм белә.
Ул Совет Армияһы сафында хеҙмәтте 1943 йылдан алып 1951 йылға тиклем үтә. 1943 йылдың авгусынан 1945 йылдың 9 майына тиклем фронтта була, күп кенә хәрби наградаларға эйә, улар араһында «Батырлыҡ өсөн», «Белградты азат иткән өсөн» миҙалдарын бар, Баш Командующийҙың рәхмәтенә, Ватан һуғышы орденына һәм башҡа наградаларға лайыҡ була.
Һуғыш тамамланғандан һуң Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә Топографик разведка батареяһы старшинаһы вазифаһында хеҙмәтен дауам итә. 1951 йылдың майында демобилизациялана. Хеҙмәтен тамамлағандан һуң башта Ырымбур өлкәһенең Павловск, һуңынан Шарлыҡ район башҡарма комитеттарында өлкән район ер төҙөлөшө белгесе вазифаһына инә. 60-сы йылдар башында ғаилә йәш Салауат ҡалаһына күсенә. Тәүҙә ул архитектура бүлегендә топограф, һуңынан геодезия хеҙмәте начальнигы, баш архитектор урынбаҫары була, тора-бара уға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы менән етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар. «Роскоммунзапчасть» предприятиеһының директоры итеп тә тәғәйенләнә. Ул эшләгән йылдарҙа Салауат ҡалаһы 12 йыл рәттән РСФСР-ҙың иң яҡшы ҡалаларының береһе булып таныла. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн уға «БАССР-ҙың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме бирелә.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас