газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Йәмғиәт
20 Сентября , 17:28

Үҙенсәлеге менән айырылып торған һайлау участкаһы

Салауаттағы 600-сө һайлау участкаһы һәр ваҡыт ғәжәпләндерә: йә махсус формаһы, йә үҙенсәлекле фотозона, йә ғәҙәти булмаған баннеры менән. Был юлы улар патриотик баннер әҙерләгәйне.

Үҙенсәлеге менән айырылып торған һайлау участкаһыҮҙенсәлеге менән айырылып торған һайлау участкаһы
Үҙенсәлеге менән айырылып торған һайлау участкаһы

- Беләһегеҙме, йорттар буйлап йөрөгәндә, һайлаусылар участкала улар өсөн ниндәй ҡыҙыҡлы нәмә әҙерләүебеҙҙе һорашты, — тип йылмайып һөйләй һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Исламова. - Үткән юлы келәм, самауыр һәм түбәтәй менән фотозона эшләгәйнек, ә 2026 йылғы һайлауҙарға беҙ патриотик баннер әҙерләнек, унда илдең символына әйләнгән әһәмиәтле объекттары һүрәтләнгән.
Ысынлап та, был участкалағы үҙенсәлекле мөхитте бөтәһе лә билдәләй.
- Һайлаусыларҙың кәйефе яҡшы булһын өсөн, ул иң элек комиссия ағзаларында - беҙҙең үҙебеҙҙә булырға тейеш. Беҙ бында төрлө сәйәси ҡарашлы, төрлө йәштәге һәм ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө булған кешеләр, әммә бурысыбыҙ уртаҡ - законлы һайлауҙар үткәреү, һайлаусыларға үҙ фекерен белдереү мөмкинлеге биреү, - тип аңлата Гөлнара Исламова.
- Беҙҙең бала саҡта һайлауҙар байрам ине: музыка, кәйеф. Беҙ был мөнәсәбәттең киләһе быуындар өсөн дә традицион булыуын теләйбеҙ, шуға күрә участкаға ғаиләләр, балалар менән килһендәр өсөн тырышабыҙ, - тип өҫтәй рәйесе урынбаҫары Елена Демушкина.
Комиссия ағзалары билдәләүенсә, өс көндә лә, участка асылғансы уҡ, ишектәр янында тауыш бирергә ашыҡҡан һайлаусылар көтөп торған.
Ә 20 сентябрҙә «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге базаһында эшләгән ике участка һайлаусылары өсөн ижади коллективтар ҙур концерт әҙерләгән.
- Концерт патриотик композицияларҙы үҙ эсенә алды, ул һайлауҙарға, шулай уҡ Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды. Беҙҙең бригадалар бөгөн салауаттарға кәйеф өҫтәр өсөн өс һайлау участкаһында сығыш яһаны. Әлбиттә, тыуған майҙансыҡта беҙ ҙур концерт әҙерләнек, уның программаһына бөтә коллективтарыбыҙҙың төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге сығыштарын индерҙек, шиғриәт тә, хореография ла, вокал да булды. Һауа торошо ла шәп, - тип һөйләне «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге директоры Рауил Хәкимов

Үҙенсәлеге менән айырылып торған һайлау участкаһы
Үҙенсәлеге менән айырылып торған һайлау участкаһы
Автор:Дина Галеева
Читайте нас