газета "Салауат"
+15 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Сентября , 15:18

Салауатта Паралимпия чемпионы тренеры тауыш бирҙе

Тығыҙ эш графигына ҡарамаҫтан, йөҙөү буйынса атҡаҙанған тренер Фәнил Кирәев 2026 йылдағы һайлауҙарҙа үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдереү өсөн ваҡыт таба. Ошо көндәрҙә ул үҙенең тәрбиәләнеүсеһе, ике тапҡыр паралимпия чемпионы Андрей Николаев менән Төркиәлә уҙған Европа чемпионатынан ҡайтҡайны.

Салауатта Паралимпия чемпионы тренеры тауыш бирҙеСалауатта Паралимпия чемпионы тренеры тауыш бирҙе
Салауатта Паралимпия чемпионы тренеры тауыш бирҙе

Үҙ тауышын биреү өсөн Фәнил Кирәев 1-се лицейҙың кесе корпусында асылған 579-сы участка һайлау пунктына килде. Был урын тренерҙың үҙе өсөн бик таныш - ул «Салауат» спорт-концерт комплексы биләмәһендәге «Алтын балыҡ» бассейны ҡаршыһында урынлашҡан.
- Законды үтәгән, Тыуған илен яратҡан һәр граждан мотлаҡ һайлауҙарға килергә һәм илебеҙҙең киләсәге өсөн тауыш бирергә тейеш, балаларыбыҙҙың киләсәге яҡты, пенсия һәм эш хаҡтары лайыҡлы булһын өсөн. Шуға күрә, эш мәсьәләләрен хәл иткәндән һуң, шунда уҡ һайлауҙарға барҙым, - тип аңлата ул.
Бынан алда беҙ Андрей Николаевтың 7-12 сентябрҙә Төркиәлә үткән Европа чемпионатында S8 класында ирекле стилдә 400 метрлыҡ дистанцияла еңеүе тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Һайлау участкаһында тренер менән осрашыуҙан файҙаланып, был турала белешергә булдыҡ.
- Андрей ярыштарҙың беренсе көнөндә беренсе дистанцияла алтын яуланы. Был беҙҙең йыйылма командаға этәргес булғандыр, тип уйлайым: алтын һәм көмөш миҙалдар ҙа булды. Шәхси рекордын Андрей, әлбиттә, яңыртманы, әммә шуныһы ҡыуаныслы, үҙенең күптәнге дәғүәсеһе Альберто Амодеоны алты секундҡа уҙып китте, - тине Фәнил Кирәев ғорурлыҡ менән.
Икенсе дистанцияла 100 метрлыҡ стилдә Андрей финалға еңел генә беренсе булып килде. Күптәр финал көсөргәнешле булыр, тип фаразлағайны, һәм шулай килеп сыҡты ла. Ул дүртенсе булып бара ине, әммә ул үҙендә көс табып, бронза миҙал яулай алды. Ирекле стилдә 4х100 метрлыҡ команда эстафетаһында спортсыбыҙ дүртенсе этап булып килә ине, Польшанан көслөрәк булып сыҡты. Беҙҙең команда Италия һәм Испаниянан ҡала өсөнсө булды, - тип уртаҡлашты тренер.
Салауатҡа ҡайтҡас, йөҙөүсе лә, тренер ҙа бер аҙ ялға туҡтай. Андрей Николаев спорт залына йөрөй башлай, ә ошо көндәрҙә бассейнға барырға иҫәп тота.
- 1 октябрҙән Лос-Анджелеста Паралимпия уйындарына һайлап алыу этаптарына тығыҙ әҙерләнә башлайбыҙ, - тине тренер.
Салауаттар, элеккесә, талантлы йөҙөүсегә һәм атҡаҙанған тренерға ярҙам итәсәк.
- Беҙ һәр ваҡыт ҡала, республика һәм ил ярҙамын тоябыҙ. Һәм бының өсөн бик рәхмәтле! - тип йомғаҡ яһаны Фәнил Кирәев.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас