

- Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ветерандарыбыҙ иң әүҙем һайлаусылар булып ҡала. Улар өсөн был йола ғына түгел, ә тыуған ҡала һәм илдең киләсәген аңлы рәүештә һайлау, - тине ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин һәм ветерандарға рәхмәт белдерҙе. - Йөҙ йыл ғүмер, фронт, илде тергеҙеү - улар бөгөн дә сафта. Батырлыҡ, аҡыл һәм Тыуған илгә ысын мөхәббәт өлгөһө өсөн алдығыҙҙа баш эйәм.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары - Тыуған илебеҙ яҙмышын билдәләгән һайлауҙарҙың мөһимлеген тәрәндән тойған кешеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Антонович Пискарев 1926 йылдың 21 ғинуарында Үзбәкстан Республикаһының Андижан ҡалаһында тыуған. Ул 17 йәшендә фронтҡа эләгә. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Владимир Антонович II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров ветеранға «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалын тапшырҙы.
Николай Степанович Косенко хәрби хеҙмәтен рядовой булып башлай. Бөйөк Ватан һуғышында беренсе Украина фронтының 27-се тимер юл бригадаһының айырым батальоны составында һуғыша. 1946 йылда уны Шадринск ҡалаһындағы Луганск авиамеханиктар мәктәбенә ебәрәләр. 1947 йылда Ул «Авиация борт технигы» һөнәре буйынса курстар тамамлай, кесе лейтенант званиеһын ала, һуңынан Балашов осоу училищеһына ебәрелә, унда самолеттың борт механигы һәм авиадвигателдәрҙе ремонтлау буйынса механик булып хеҙмәт итә.
Фото: ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.