

Рәмил хәҙрәт Насиров бер ҡасан да мөһим эштәрҙе башҡарыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырмай, тап шуға һәр ваҡыт беренселәрҙән булып бөтә һайлауҙарҙа Балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге бинаһында урынлашҡан 556-сы һайлау участкаһына килә. 2026 йылдағы һайлауҙарҙа ла рәсәйҙәр Дәүләт Думаһы депутаттарын, ә салауаттар өс округта ҡала Советының өс депутатын һайлай.
- Килгәс, мине яҡшы ҡаршы алдылар, участкаға оҙаттылар, бюллетендәр бирҙеләр. Һәр беребеҙ киләсәгебеҙгә бәйле һайлау яһарға тейеш, тип уйлайым. Бынан тыш, тауыш биреүҙә кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәй һәм үҙе өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатынан һайланған депутаттарға мөрәжәғәт итеү хоҡуғын ала, - тип һөйләй Рәмил хәҙрәт Насиров.