газета "Салауат"
+15 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Сентября , 08:58

«Һайлаусылар күп килә»

Шулай ти Салауат ҡалаһының 611-се һайлау участкаһы рәйесе Андрей Шорин.

«Һайлаусылар күп килә»«Һайлаусылар күп килә»
«Һайлаусылар күп килә»

Бөгөн һайлауҙарҙың икенсе көнө. Иртәнге сәғәт 8-ҙә 23-сө мәктәптә 611-се һайлау участкаһы эшләй башланы, ул ҡалала иң ҙурҙарҙың береһе: бында 2000-гә яҡын һайлаусы теркәлгән.
Участкала бөтә талаптар үтәлгән, кәрәкле хәүефһеҙлек саралары күрелгән.
Күҙәтеүселәр ҙә мөһим эш алып бара: береһе - партиянан, икенсеһе - Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан. Ирекмәндәр һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.
Эш ҡайнай, барыһы ла үҙ урындарында, сөнки бында берҙәм команда эшләй. Комиссия рәйесе Андрей Шорин 10 йылдан ашыу ошо эште башҡара.
- Быйыл ошо составтағы комиссияның биш йыллыҡ мөҙҙәте тамамлана. Унда, башлыса, педагогтар, - тип һөйләй ул. - Эш аныҡ ойошторолған, өс көнлөк һайлауҙар бер ниндәй проблемаһыҙ үтер, тип уйлайым. Салауаттар яҡшы кәйеф менән килә, тауыш бирә, балалы ғаиләләр күп.
Әйткәндәй, тәүге тапҡыр һайлаусылар өсөн махсус сувенирҙар - 2026 йылғы һайлауҙар логотибы төшөрөлгән ручкалар әҙерләнгән.
- Һайлаусылар күп килә, - ти Андрей Шорин һәм салауаттарҙы һайлау участкаларына килергә һәм тауыш бирергә саҡыра.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас