Йәмғиәт
18 Сентября , 06:16

Салауатта һайлауҙарҙа аҫрауға алынған балалар тәрбиәләгән ғаилә ҡатнашты

Лариса Байғужина үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдерергә ҙур һәм татыу ғаиләһе: яратҡан ире, ике тәрбиәгә алынған балаһы һәм ейәне менән килгәйне.

Салауатта һайлауҙарҙа аҫрауға алынған балалар тәрбиәләгән ғаилә ҡатнаштыСалауатта һайлауҙарҙа аҫрауға алынған балалар тәрбиәләгән ғаилә ҡатнашты
Салауатта һайлауҙарҙа аҫрауға алынған балалар тәрбиәләгән ғаилә ҡатнашты

- Беҙ өс бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улыбыҙ ҙур инде - әле Стәрлетамаҡта йәшәй. Беҙҙең менән - Сережа һәм Степан, ейәнебеҙ Марк. Степанды туғыҙ йыл элек Маячный ауылындағы балалар йортонан, ә Сережаны алты йыл элек Салауат балалар йортонан алып ҡайттыҡ. Әле Сергей техникумда, Степан 15-се мәктәптә уҡый, - тип ғаиләһе тураһында һөйләне ҡатын.
Лариса Байғужина 1-се балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй.
- Беҙ һәр ваҡыт һайлауҙарға тәүгеләрҙән булып килергә тырышабыҙ - был байрам, тимәк, уны иртә таңдан ҡаршыларға кәрәк. Бөгөн дә һайлау участкаһына ашыҡтыҡ. Ҡала хакимиәте башлығы менән осрашыу бәхете лә эләкте. Хатта уның менән фотоға ла төштөк. Ул быға ихласлап ризалашты. Һайлауҙа үҙеңдең гражданлыҡ позицияңды белдереү бик мөһим, тип иҫәпләйем - быға балаларымды ла өйрәтәм, - тип йомғаҡ яһаны Лариса Байғужина.
18-20 сентябрҙә салауаттар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем һайлау участкаһына барып, үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын белдерә ала.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас