

- Минең өсөн һайлау - быуындан-быуынға күсеп килгән изге йола. Беҙ бәләкәй саҡта уҡ ата-әсәйебеҙҙең һайлауға йөрөүен күреп үҫтек. Ауылда һайлауҙар оло байрамға әүерелде, халыҡ күп, йәрминкәләр гөрләр ине. Шул ваҡиға күңелемә уйылып ҡалған. Ғөмүмән, ата-әсәйебеҙ беҙгә һайлауҙы сәйәси сара тип кенә түгел, ә тотош байрам итеп ҡабул итергә өйрәтеп үҫтерҙе. Хәҙер мин дә ошо матур йоланы дауам итәм. Минең өсөн һайлау - ул һәр кемдең гражданлыҡ бурысы. Балаларҙы яуаплылыҡ тойғоһонда тәрбиәләү өсөн уларҙы һәр ваҡыт үҙем менән алам. Оло улым Марсель 4-се мәктәптә 8-се класта уҡый, уртансыһы Булат быйыл 21-се мәктәпкә 1-се класҡа барҙы, дүрт йәшлек кесе улыбыҙ Ибраһим 17-се балалар баҡсаһына йөрөй. Киләсәктә улар ҙа беҙҙең миҫалда һайлауҙарға йөрөр, тип ышанам, - ти Айһылыу Лоҡманова.