Йәмғиәт
18 Сентября , 07:50

«Иртәгәге көнгә ҙур аҙым»

Салауат ҡалаһы дауаханаһының баш врачы Азат Ҡотоев 2026 йылғы һайлауҙарҙа ҡатнашты. Ул һайлау участкаһына һөйөклө ҡатыны һәм бәпесе менән килгәйне.

«Иртәгәге көнгә ҙур аҙым»«Иртәгәге көнгә ҙур аҙым»
«Иртәгәге көнгә ҙур аҙым»

- Кешеләрҙең һаулығы сигендә тороу - бурысыбыҙҙың бер өлөшө генә. Илебеҙҙең киләсәгенә лә өлөш индереү мөһим, - ти баш врач.
Уның фекеренсә, йәмғиәттең һаулығы туранан-тура өс нимәгә бәйле: дәүләттең тотороҡлолоғо, үҫешкән социаль инфраструктура һәм сифатлы медицинаның асыҡлығы.
- Тап шуға беҙ РФ Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға аңлы һәм яуаплы ҡарайбыҙ, - тип билдәләне Азат Ҡотоев. - Үҙ миҫалым менән балаларға һәр кемдең тауышы мөһим икәнлеген күрһәтергә теләйем. Илебеҙҙең киләсәген үҙебеҙ төҙөйбөҙ - бында һәм бөгөн. Тауыш биреүҙә ҡатнашыу - иртәгәге көнгә ҙур аҙым, - тип йомғаҡ яһаны Азат Ҡотоев.
Тауыш биреү 18-20 сентябрҙә дауам итә. Көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Бынан тыш, «Рәхмат» акцияһы сиктәрендә һәр һайлаусының ирекмәндәрҙән QR-кодлы флаер алыу мөмкинлеге бар. Уның ярҙамында акция партнерҙарынан ташламалар алып була.
Фото Азат Ҡотоевтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһенән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас