Йәмғиәт
18 Сентября , 05:04

«Илдең киләсәген һайлайбыҙ»

18 сентябрҙә Салауатта  тәүгеләрҙән булып ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин 2026 йылғы һайлауҙарҙа үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдерҙе. Ул 21-се мәктәптең икенсе ҡатында урынлашҡан 606-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

«Илдең киләсәген һайлайбыҙ»«Илдең киләсәген һайлайбыҙ»
«Илдең киләсәген һайлайбыҙ»

Марат Зәһиҙуллин фекеренсә, һайлау - ул байрам.
- Был рәсәйҙәрҙең үҙ фекерен белдергән һәм Рәсәйҙең идара итеү командаһын ойоштороуҙа ҡатнашҡан көнө, - тине ул, ә һуңынан үҙенең һайлаусы булараҡ тәүге һайлауҙары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. - Был Корнеевка ауылында булды. Ул ваҡытта миңә 18 йәш тулғайны. Минең дә тауышым иҫәпкә алыныуын белеү бик тулҡынландырғыс булды. Бөгөн участкала эш яҡшы кимәлдә ойошторолған. Комиссияның эш шарттары бынамын тигән, ҡала халҡы өсөн дә бюллетендәр тапшырыу һәм тауыш биреү өсөн ярайһы уҡ күп урындар булдырылған. Һайлауҙар яҡшы кимәлдә үттер, дәғүәләр булмаҫ, тип уйлайым.
18-20 сентябрҙә салауаттар Рәсәй Дәүләт Думаһына, шулай уҡ ҡала Советына депутаттар һайлай.
- Беҙ илдең киләсәген һайлайбыҙ, - тип ышана хакимиәт башлығы. - Ҡала халҡын һайлау участкаларына килеп, үҙ тауыштарын бирергә саҡырам.

«Илдең киләсәген һайлайбыҙ»
«Илдең киләсәген һайлайбыҙ»
Автор:Дина Галеева
Читайте нас