

Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар, шулай уҡ муниципаль органдарға һайлауҙар уҙа. Улар өс көн - 18 сентябрҙән 20-һенә тиклем үтә. Комиссиялар тауышты иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул итә. Республиканың бөтә һайлау комиссияларында 2 955 278 кеше үҙ тауышын биреүе мөмкин.
Төрлө участкаларҙа төрлө мөхит хакимлыҡ итә. Әйтәйек, Ҡариҙел районында һайлауҙар урындағы «маэстро»ның музыкаһы аҫтында башланһа, Өфөлә хатта ҡайһы берәүҙәр йорт хайуандарын да эйәртеп килгән, ә Стәрлетамаҡта ҙур булмаған сират барлыҡҡа килгән.
Һайлауҙарҙа үҙ тауышын бирергә Башҡортостандың вице-премьерҙары - Руслан Хәбибов менән Александр Шельдяев килгән. «МАХ»тағы яҙмаһында Александр Шельдяев был ваҡиғаның әһәмиәтен билдәләне: «Һайлауҙа ҡатнашыу - ул үҙ позицияңды белдереү мөмкинлеге. Һәр һайлаусының үҙ хоҡуғынан файҙаланыу мөмкинлеге һәм үҙ тауышын биреү хоҡуғы бар. Республикала йәшәүселәрҙе тауыш бирергә саҡырам».
Бөгөн шулай уҡ традицион «Рәхмәт» акцияһы ла старт алды. Был юлы ул тик ташламаларҙан ғына торасаҡ. Элекке кеүек ҡиммәтле бүләктәр уйнатыу ҡаралмаған. Һайлаусыларға махсус купондар тараталар.
Фото: Александр Шельдяевтың Макс каналынан.