Йәмғиәт
18 Сентября , 16:59

Бөтә һайлаусыларға - «Рәхмәт»

23-сө мәктәпкә килгән һәр һайлаусыны Данил Нефедов йылмайып ҡаршы ала: сәләмләй, ҡайҙа барырға кәрәклекте аңлата, сөнки мәктәптә бер юлы өс һайлау участкаһы эшләй. Ул шулай уҡ тауыш биреүселәргә «Рәхмәт»акцияһы сиктәрендә купондар тапшыра.

Бөтә һайлаусыларға - «Рәхмәт»Бөтә һайлаусыларға - «Рәхмәт»
Бөтә һайлаусыларға - «Рәхмәт»

- Мин Салауат индустриаль колледжынан ирекмән, бөгөн 23-сө мәктәптә ярҙам итәм. Салауаттарға «Рәхмәт» акцияһы буклетын тапшырам - бөтәһенең дә кәйефе яҡшы! Һайлау-ул байрам, - тип уртаҡлаша Данил Нефедов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр ваҡыттағыса, Башҡортостанда тауыш биреү көндәрендә «Рәхмәт-2026» акцияһы үтә. Тауыш биргән республика халҡы һайлау участкаларында ирекмәндәрҙән купон ала һәм уны магазиндарҙа, бөҙрәханаларҙа, автосервистарҙа һәм акцияның башҡа партнерҙарында ташламаларға алмаштыра ала.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас