

Сараның төп ваҡиғалары Ленин исемендәге майҙанда барҙы.
Бүләкләү тантанаһын көткән арала салауаттар Салауат Арбаты буйлап йөрөнө, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, рәссамдарҙың картиналарын ҡараны, бейене, шиғырҙар тыңланы, махсус фотозоналарҙа фотоға төштө.
Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Рөстәм Казако, байрамдың абруйлы ҡунаҡтары булды. Улар халыҡ менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, майҙан уртаһында берҙәм түңәрәккә тупланды. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Ҙур һәм татыу ғаилә бының әһәмиәте тағы ла артты.
Почетлы ҡунаҡтар ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән Салауат халҡын бүләкләү тантанаһын үткәрҙе. Байрамда ҡатнашыусыларға тәүгеләрҙән булып ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин мөрәжәғәт итте:
- Һеҙҙе икеләтә байрам - Ҡала һәм Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым. Салауатҡа 78 йәш тулды. Был - өлгөргәнлек, йылдам үҫеш һәм яңы ҡаҙаныштар осоро. Беҙҙең ҡала карталағы нөктә генә түгел, ул - дөйөм йортобоҙ, тарихыбыҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Ул һәр берегеҙҙең энерегияһы, таланты арҡаһында үҫешә. Был йыл беҙҙең өсөн үҙенсәлекле булды. Социаль өлкәгә инвестициялар 500 миллион һумдан ашыу тәшкил итеүе менән ғорурлана алабыҙ. Мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары капиталь ремонтланды. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә Ленин исемендәге майҙанды (контракттың дөйөм суммаһы 234 миллион һумдан ашыу тәшкил итә), шулай уҡ Космонавтар бульварындағы скверҙы 132 миллион һумдан ашыу суммаға төҙөкләндереү буйынса күләмле эш дауам итә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән Дзержинский урамындағы скверҙы яңыртыуға - 100, шәхси секторҙа юлдарҙы тәртипкә килтереүгә 50 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанслау бүленде. Беҙ торлаҡ төҙөлөшөн тергеҙәбеҙ һәм биш йыллыҡ өҙөклөктән һуң Бочкарев, Губкин урамдарында күп фатирлы йорттар төҙөй башлайбыҙ.
Марат Зәһиҙуллин бүләкләү тантанаһын уҙғарҙы, салауаттарға почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы, шулай уҡ быйыл бергә йәшәүҙәренең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән ғаилә парҙарын ҡотланы.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Ҡала көнөнә яңы награда - ҡала хакимиәтенең «Ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы булдырылды. Уны Марат Зәһиҙуллин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ҡаланың Почетлы граждандары Таис Ғөбәй улы Колышевҡа һәм Владимир Антонович Пискаревҡа тапшырҙы.
Салауаттарҙы байрам менән Александр Шельдяев ҡотланы.
- Бөгөн Салауат - йылдам үҫешеүсе ҡала, республикала иң көслө, индустриаль үҫешкән ҡалаларҙың береһе. Парктар, яр буйҙары үҫешә, яңы социаль объекттар төҙөлә, мәктәптәр, юлдар ремонтлана. Быларҙың барыһына ла эшҡыуарҙарҙың, ҡала етәкселегенең дөйөм тырышлығы, ресубликаның ярҙамы арҡаһында өлгәшелә, - тине Александр Шельдяев. - Сәнәғәт предприятиеларына айырым рәхмәт. Бөгөн 15-тән ашыу эре һәм урта бизнес предприятиеһы һөҙөмтәле үҫешә. Флагманы, һис шикһеҙ, - Башҡортостандың ғына түгел, ә Рәсәйҙең бөтә нефтехимияһының ғорурлығы булған «Газпром нефтехим Салауат». Республиканың көслө предприятиелары: «Салауатбыяла», «Салауатнефтемаш», Салауат катализатор заводы һәм башҡалар әүҙем инвестициялар һала, ә был - иртәгәһе көнгә ышаныс, яңы эш урындары, һалымдар һәм яңы объекттар. Республикабыҙ үҫешенә индергән өлөшө өсөн предприятиеларға һәм ҡала хакимиәтенә ҙур рәхмәт. Кешеләренә - ныҡлы һаулыҡ, именлек, аяҙ күк йөҙө, ә Салауат артабан да үҫешһен һәм сәскә атһын.
Александр Шельдяев бүләкләү тантанаһында уңыштары менән айырылып торған граждандарға башҡорт нефтен беренсе булып асыусы Алексей Блохин исемендәге миҙал һәм министрлыҡтың почет грамоталарын тапшырҙы.
Ҡотлауҙарға Илшат Тажетдинов та ҡотлауҙарға ҡушылды.
- Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән айырым ҡотларға теләйем. Салауаттың уны яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршы алыуы ҡыуаныслы. Ысынлап та, ҡала ышаныслы үҫешә, сәнәғәт үҫә, ҙур инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла, йәмәғәт киңлектәре, социаль инфраструктура яңыртыла, бының артында ҡала халҡының көндәлек тырыш хеҙмәте ята. Салауатты хаҡлы рәүештә эшселәр ҡалаһы тип атайҙар, уның тарихы илдәге нефть химияһы тарихы менән тығыҙ бәйле. Бер нисә быуын ҡала халҡының хеҙмәте Салауатты республикабыҙҙың ғына түгел, бөтә илдең мөһим сәнәғәт үҙәктәренең береһенә әйләндерҙе, - тине ул һәм салауаттарға шулай уҡ почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Бүләкләү тантанаһында Рөстәм Казаков та ҡатнашты.
- Беҙҙең ҙур берҙәм ғаиләбеҙ - «Газпром нефтехим Салауат»компаниялар төркөмөнөң 12,5 меңлек персоналы. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ғаиләләре, ветерандарыбыҙ ошонда йәшәй, шуға ла беҙ Салауаттың социаль тормошона айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һуңғы йылдарҙа ҡала хакимиәте менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Бының өсөн хакимиәт башлығына рәхмәт. Был беҙҙең ҡаланы үҫтерә, иртәгәһе көнгә ышаныс бирә. Алға барабыҙ! Тыуған көнөң менән, Салауат! - Рөстәм Казактов шулай тип ҡала халҡын ҡотланы һәм «Газпром нефтехим Салауат» компанияһы хеҙмәткәрҙәрен почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Ҡала көнөндә башҡорт-татар берләшмәләре әүҙем ҡатнашып, бай йөкмәткеле мәҙәни программа һәм сағыу сығыштар тәҡдим итте.
- Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллиндың ярҙамы менән быйыл Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы тирмәле булды. Ҡоролтай етәксеһе Азат Юлтимеров ошо тирмәне үҙәк майҙанда ҡала байрамына әҙерләүҙә күп тырышлығын һалды. «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы, «Тулҡын» әҙәби-ижад төркөмө, ҡурайсылар, балалар баҡсалары, тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы вәкилдәре ҡунаҡтарҙы ҡурай моңдары, дәртле йырҙар менән милли кейемдә бик матур ҡаршы алды. Төрлө ризыҡтар ҡуйылды, башҡорт халҡының көнкүрешендә булған ҡул эштәрен күрһәтеп, моңло көйҙәр көйләнек. Тирмәбеҙ алды гөрләп торҙо. Теләгән һәр кем тәмлекәстәр менән сәй эсте. Байрам сағыу уҙҙы, - тип уртаҡлаша «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, «Тулҡын» әҙәби-ижади берекмә ағзаһы Нәжибә Фәйзуллина.
- «Сатҡылар» әҙәби берекмәһе һәм фольклор ансамбленең тирмәһе саҡырылған ҡунаҡтарҙы беренсе булып ҡаршылау хөрмәтенә лайыҡ булды. Тирмәне төркөм ҡыҙҙарының ҡул эштәре һәм яҙыусы төркөмдәштәрҙең ижад емештәре, үҙебеҙҙең китаптар биҙәне. Ҡунаҡтарҙы йырлап, бейеп ҡаршыланыҡ, - тип һөйләй «Сатҡылар» әҙәби берекмәһе ағзаһы Ишҡәле Дәминов.
- Йыр-моңдан тыш, беҙ «Килен төшөрөү» йолаһын да күрһәттек. Ата-бабаларыбыҙҙан килгән йоланы сәхнәләштереү күптәрҙең күңеленә хуш килде. Беҙҙең ҡалала төрлө милләт вәкилдәре дуҫ, татыу йәшәй. Был байрамда ла улар үҙҙәренең сығыштары менән тағы бер тапҡыр берҙәмлекте дәллиәне. Беҙҙең көс - берҙәмлектә. Сара аҙағында ҡунаҡтарҙы татар халҡының милли аштары менән һыйланыҡ, - ти ҡаланың «Ак калфак» татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Вәсилә Бәширова.
Салауаттарҙы ҡала паркында сағыу байрам программаһы көтә ине. Бында сәскәләр фестивале һәм «Флора һәм фазенда» йәрминкәһе, йәш рәссамдарҙың эштәре күргәҙмәһе үтте. Бынан тыш, паркта «Йәшел наряд» конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Иң бәләкәй ҡунаҡтар өсөн дә мауыҡтырғыс майҙансыҡтар эшләне.
Был көндө Ағиҙел яры буйы ла гөрләп торҙо һәм ул спорт тормошоноң үҙәгенә әйләнде. Көндөҙ бында тематик майҙансыҡтар эшләһә, ә кисен байрам төп сәхнәгә күсте. Тирә-яҡҡа дәртле йыр-моң таралды, ижади коллективтар тамашасыларҙы һоҡланғыс сығыштары менән әсир итте. Әүҙем уҡыусыларға Рәсәй гражданы паспорттары һәм ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды. Иң һуңында барыһы ла бергәләшеп «Мин - салауатлы» йырын дәррәү башҡарҙы.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.
Фотолар шулай уҡ «Сатҡылар» әҙәби берекмәһе, «Тулҡын» әҙәби-ижади берекмәһе, Салауат ҡалаһының «Ак калфак» татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде.