газета "Салауат"
+29 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Сентября , 06:45

Башҡортостанда 148 учреждениела махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн түләү

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 56 төбәк ярҙам сараһы ғәмәлдә. Уларҙың бер өлөшө демобилизацияланған яугирҙарҙы физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Башҡортостанда 148 учреждениела махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн түләүБашҡортостанда 148 учреждениела махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн түләү
Башҡортостанда 148 учреждениела махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн түләү

2026 йылдың һигеҙ айында төбәктә 2,3 меңдән ашыу яугир ҡатнашлығында 1 120 спорт сараһы уҙғарылған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 400 кешегә күберәк.

Бынан тыш, Башҡортостан физик культура институты адаптив спортҡа йәлеп итеү аша инвалидлыҡ йәки ауыр йәрәхәт алған яугирҙарҙы социаль һәм физик реабилитациялауға йүнәлтелгән «Батырлыҡ» проектын тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, 2025 йылда күсмә оҫталыҡ дәрестәре был программаны киңәйтергә һәм 23 муниципалитеттан өҫтәмә рәүештә 129 ветеранды йәлеп итергә мөмкинлек биргән.

Билдәләп үтәйек: Башҡортостандың йыйылма командаларына 13 спорт дисциплинаһы буйынса инвалидлыҡҡа эйә 63 ветеран ингән. Улар 17 Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара ярыштарҙа 32 миҙал яулауға ирешкән.

Вице-премьер республикала МХО ҡатнашыусылары спорт менән бушлай шөғөлләнә алған объекттар исемлеген төҙөгәндәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул 35 спорт төрө буйынса күнекмәләр үткәрелгән 148 учреждениены үҙ эсенә ала. Был учреждениеларҙа МХО-ла ҡатнашыусы 956 кеше, шул иҫәптән 248-е инвалидлыҡҡа эйә яугир шөғөлләнә.

– Өлфәт Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге «Булат» следж-хоккей командаһына боҙ, бассейн һәм тренажер залы менән ярҙам күрһәтә, – тине Руслан Хәбибов. – Яугирҙарыбыҙҙы реабилитациялау эшенә коммерция ойошмалары ла ҡушыла. «Тетраэдр» фитнес-клубында аҙнаһына ике тапҡыр команданың күнекмә дәрестәре үтә.

Пландарҙа – республиканың ҙур ҡалаларында демонстрация-ағартыу үҙәктәре асыу юлы менән дисциплиналар исемлеген һәм объекттар селтәрен киңәйтеү, шулай уҡ тренер, адаптив физкультура буйынса инструктор йәки ярыштарҙы ойоштороусы һөнәрҙәренә эйә булырға теләгән теләгән МХО ветерандарына һөнәри йүнәлеш менән ярҙам итеү.

Башҡортостан Башлығы бөтә муниципалитеттар башлыҡтарына – МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн спорт менән шөғөлләнеү ваҡытын һәм урындарын билдәләргә, ә төбәк Хөкүмәтенә һанлы платформа булдырырға ҡушты. Унда республика буйынса залдарҙың ҡайҙа урынлашыуы һәм уларҙың расписаниеһы хаҡында белергә мөмкин буласаҡ.

– Әлегә беҙ дөйөм картинаны күрмәйбеҙ. Ауыл ерендә егеттәрҙең шөғөлләнергә мөмкинлектәре юҡ, мәсьәләләр хәл ителмәгән, тип фаразлайым, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Спорт МХО ветераны өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был ҡайһы бер осраҡта ысын мәғәнәһендә арыныу сараһы һәм артабанғы тормош йүнәлешен билдәләү булып тора.
Автор:
Читайте нас