газета "Салауат"
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
4 Сентября , 06:35

Юлдарҙы яңыртыу эштәре ҡыҙыу бара

Салауат ҡалаһында юлдарҙы тәртипкә килтереү буйынса киң күләмле эштәр дауам итә. Хәҙерге ваҡытта урамдарҙы ремонтлауҙың өсөнсө этабына старт бирелде, уның өсөн бюджеттан дүрт миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Юл япмаһын яңыртыу менән бер рәттән, хәүефле юл сатында йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн яһалма тигеҙһеҙлектәр ҡуйыла.

Юлдарҙы яңыртыу эштәре ҡыҙыу бараЮлдарҙы яңыртыу эштәре ҡыҙыу бара
Юлдарҙы яңыртыу эштәре ҡыҙыу бара

Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин билдәләүенсә, төҙөкләндереү эштәре финанс мөмкинлектәренә ҡарап, этаптар менән башҡарыла.
- Беҙ аҡса тупланыу менән яңы конкурстар иғлан итеп, эште туҡтатмайбыҙ. Әле ете урамда ремонт бара, ҡышҡы һыуыҡтарға тиклем тағы ла бер нисә участканы тәртипкә килтерергә иҫәп тотабыҙ, - тине ул.
Марат Зәһиҙуллин бюджет аҡсаһын һаҡсыл тотоноуға айырым иғтибар бүлә. Конкурстар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән экономияны ҡала етәкселеге яңы өҫтәмә эштәргә йүнәлтә.
31 августа ҡала башлығы Пушкин урамындағы ремонт барышын шәхсән тикшерҙе. Унда ҡайнар асфальт түшәү эштәре бара. Подрядсы алдына төп бурыс ҡуйылған: һалҡын төшкәнсе бөтә проблемалы урындарҙы ябып бөтөргә, сөнки сифатлы юлдар - халыҡтың именлеге нигеҙе. Технология талаптары ҡәтғи үтәлә: ҡайнар ҡатнашма тигеҙ һәм тығыҙ итеп һалына.
Әлегә Өфө, Чекмарев, Чапаев, Иҫке үҙән урамдарында һәм Островский урамының бер өлөшөндә соҡорҙарҙы ремонтлау тамамланған. Дөйөм алғанда, 400 квадрат метр майҙанда юлдар яңыртылған. Ҡала хужалығы идаралығы белгестәре раҫлауынса, төҙөлөш миҙгеле аҙағына тиклем ҡаланың башҡа төп урамдары ла тәртипкә килтереләсәк.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас