

Стадионды ғәҙәти ҡиәфәтенә ҡайтарыу ҡала хакимиәте инициативаһы. Ҡала башлығы Марат Зәһиҙуллин билдәләүенсә, был бейек мачталар стадиондың күркәм биҙәге булып торасаҡ. «Алты ҡатлы йорт бейеклегендәге был конструкциялар ҡалабыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе уятасаҡ», - ти ул.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн Санкт-Петербург белгестәре яуаплы. Дүрт флагштоктың һәр береһе ҡәтғи дәүләт сифат стандарттары буйынса эшләнгән һәм тейешле сертификаттарға эйә. Флагштоктарҙың ныҡлығына айырым иғтибар бүленгән: конструкциялар теләһә ниндәй көслө елгә лә бирешмәҫлек итеп эшләнгән. Инженерҙар бында ҡыҙыҡлы хәйлә ҡулланған - флагштоктарҙы кәрәк саҡта ергә төшөрөргә мөмкин. Был хеҙмәтләндереүҙе күпкә еңеләйтә: махсус техника йәки альпинистар кәрәкмәй, барыһы ла тиҙ һәм уңайлы хәл ителә. Һәр таяуҙың бейеклеге 18 метр, ә флагтарҙың киңлеге 4,5 метр тәшкил итә.
Стадион директоры Павел Федонин әйтеүенсә, был заманса ҡарарҙар спорт объектының эшен күпкә һөҙөмтәлерәк итә.
Хәҙер стадионда Рәсәй, Башҡортостан, Салауат ҡалаһы һәм «Төҙөүсе» комплексының флагтары елберләй. Ә кискеһен улар тағы ла матурыраҡ күренә: махсус прожекторҙар флагтарҙы яҡтыртып тора, шуға күрә төп символдарыбыҙ ҡараңғыла ла алыҫтан уҡ күҙгә ташланып тора.