газета "Салауат"
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
4 Сентября , 06:33

Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы

Өфө дәүләт нефть техник университетында тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн ҙур тантана үтте. Нефть һәм газ сәнәғәте көнө алдынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тармаҡ ветерандарын һәм алдынғы белгестәрҙе ҡотланы.

Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙыРадий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы


Байрамда «Газпром трансгаз Өфө», «Газпром газ бүлеү Өфө», «Газпром межрегионгаз Өфө» һәм «Газпром нефтехим Салауат» предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр.
Төбәк башлығы үҙ сығышында газ сәнәғәтенең республика иҡтисадындағы һәм социаль тормоштағы мөһим ролен билдәләне.
- Газ һәм нефть сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайым! - тине Радий Хәбиров. - Һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ республика иҡтисадын, инженер инфраструктураһын нығытыуға, мөһим социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға, ҡалаларыбыҙҙы һәм ауылдарыбыҙҙы үҫтереүгә һәм төҙөкләндереүгә тос өлөш индерә. Тармаҡ ветерандарына айырым рәхмәт. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, тәжрибәһе һәм эшенә тоғролоғо бөгөнгө ҡаҙаныштарға нигеҙ һала.
Байрам сиктәрендә хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн һигеҙ кеше дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Улар араһында Салауат ҡалаһы вәкилдәре лә бар.
«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең Газ химияһы заводы техник директоры Сергей Горин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул был награданы бөтә коллективтың уртаҡ еңеүе тип ҡабул итеүен белдерҙе.
«Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең автомобиль транспорты һәм административ-хужалыҡ идаралығы механизмдары хеҙмәте йөк цехының алтынсы разрядлы автомобиле водителе Роберт Дауытов Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
- Дүрт йыл дауамында махсус хәрби операция үткәреү зонаһында булған башҡорт полктары һәм батальондары, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтендә эшләгән коллегаларым өсөн гуманитар йөктәр ташыйым. Уларға ярҙам итеүҙе үҙ бурысым тип һанайым. Минең эшемде юғары кимәлдә баһалағандары һәм ошо әһәмиәтле награданы тапшырғандары бик ҡыуаныслы, - тине Роберт Дауытов.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас