Йәмғиәт
24 Августа , 05:05

Комплекс тулылана

Салауат ҡалаһындағы паркта урынлашҡан «Еңеү этаптары» мемориаль комплексы таштар менән байыясаҡ. Был башланғыс ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллиндың күрһәтмәһе буйынса тормошҡа ашырыла. Объекттағы төҙөкләндереү эштәрен «Флора» муниципаль бюджет учреждениеһы белгестәре алып бара.

Комплекс тулыланаКомплекс тулылана
Комплекс тулылана


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылда бында киләсәк быуынға - 2045 йылғы салауаттарға арналған ваҡыт капсулаһы һалынғайны. Ә 2020 йылда ҡаланың Почетлы гражданы, фронтовик Таис Губаевич Колышев тәҡдиме менән капсула тирәләй Бөйөк Ватан һуғышының төп тарихи ваҡиғаларын сағылдырған алты мемориаль таш ҡуйылды. Уларҙың һәр береһе Бөйөк Ватан һуғышының боролош ваҡиғаһына: Мәскәүҙе обороналауға, Ленинградты блокадалауға, Сталинград алышына, Курск дуғаһына, илебеҙҙе азат итеүгә һәм Еңеүгә арналған.
- Яңы таштар мемориалдың буш торған урындарын тултырырға тейеш. Тәүгеһе Брест ҡәлғәһен обороналауға арналған. Әлегә уны техник сәбәптәр буйынса ваҡытлыса алдыҡ: таштың бер өлөшөнә өҫтәмә эшкәртеү талап ителә, - ти «Флора» ойошмаһы директоры Денис Иҙрисов.
Барлыҡ эштәрҙе сентябрь айында тамамлау күҙаллана. Ошо рәүешле, ҡалабыҙҙағы тарихи хәтер урыны тағы ла тулыраҡ һәм мәғәнәүи яҡтан байыраҡ булып ҡаласаҡ. Фотола мемориаль таш эскизы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас