Йәмғиәт
24 Августа , 05:08

Герой исеме - мәктәп тарихында

15-се мәктәп ихатаһына уҡытыусылар, уҡыусылар, ҡала етәкселеге һәм йәмәғәтселек вәкилдәре иҫтәлекле ваҡиғаға - уҡыу йортона Рәсәй Геройы Владимир Трубанов исемен биреү тантанаһына йыйылды.

Герой исеме - мәктәп тарихындаГерой исеме - мәктәп тарихында
Герой исеме - мәктәп тарихында


Владимирҙың тормош юлы Салауат ҡалаһы менән тығыҙ бәйле. Ул ошо мәктәптә белем алған, һуңынан 19-сы училищены тамамлаған. Спорт менән мауығып, картингта ҙур уңыштарға өлгәшкән, Башҡортостан чемпионы исемен яулаған. Әммә яҙмыш уны хәрби юлға алып сыға: 1995 йылдан ул Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә башлай. Ике тапҡыр Чечнялағы ҡайнар нөктәләрҙә булып, 1996 йылдың 19 авгусында Грозный өсөн барған һуғышта һәләк була. Иптәштәрен ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерен аямаған егеткә үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Мәктәп директоры Елена Малыгина үҙ сығышында Владимирҙың батырлығы киләсәк быуын өсөн ҙур өлгө икәнен билдәләне:
- Владимир Трубановтың исемен йөрөтөү беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Уның ҡыйыулығы уҡыусыларыбыҙға дөрөҫ йәшәргә һәм Ватанға хеҙмәт итергә этәргес булыр, - тине ул.
Ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ирина Борисова ла геройҙың иҫтәлеген һаҡлауҙың мөһимлегенә баҫым яһаны.
- Был уның бала сағы һәм йәшлеге үткән мәктәп. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән характеры формалашҡан урын - тине ул. - Владимир Евгеньевичтың вафатына 30 йыл тулды.
Шул ваҡыттан алып күп нәмә үҙгәргән, әммә хәтер мәңгелек булып ҡала.
Ә Владимирҙың хеҙмәттәштәре уны йылмайыусан, яуаплы һәм үҙ ғаиләһен сикһеҙ яратҡан егет булараҡ иҫкә алды.
Тантаналы сара мәктәп биләмәһендә ҡуйылған стелаға сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас