

Салауат ҡалаһы хәрби комиссариаты бүлексәһенең өлкән ярҙамсыһы Ольга Полуэктова аңлатыуынса, бындай үҙгәрештәр, тәү сиратта, һаулығы буйынса сикләүҙәре булған егеттәр өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыу маҡсатында индерелгән. Йыл әйләнәһенә эшләү медицина тикшереүен ашыҡмайынса үтергә, яраҡлылыҡ категорияһын аныҡларға һәм раҫларға мөмкинлек бирә.
Әлеге ваҡытта комиссариатта ҡыҙыу эш бара. Август һәм сентябрь айҙарында саҡырыу комиссияһының бер нисә ултырышы планлаштырылған. Был саралар көҙгө саҡырылыш башланғанға тиклем һәр призывниктың эшен ентекләп ҡарап сығыу өсөн кәрәк.
ПОВЕСТКАЛАР - ЭЛЕКТРОН ФОРМАТТА
Бөгөн хәрби иҫәпкә алыуҙың берҙәм дәүләт реестры эшләй. Повесткалар «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ебәрелә. Башта егеттәргә мәғлүмәттәрҙе тикшереү һәм документтарҙы тәртипкә килтереү өсөн саҡырыу килә, ә һуңынан ғына, кәрәк булһа, комиссияға саҡыралар. Әле 537 кеше медицина тикшереүенә саҡырылған, уларҙың һәр береһе алдан билдәләнгән ваҡытта килергә тейеш.
АТА-ӘСӘЛӘР ӨСӨН МӨҺИМ ИҪКӘРТЕҮ
Күп кенә ата-әсәләр, улыбыҙ комиссариатҡа барһа, шунда уҡ армияға алып китерҙәр, тип борсола. Ольга Полуэктова был ҡурҡыуҙарҙың нигеҙһеҙ булыуын билдәләй.
- Көҙгө саҡырылыш октябрҙә генә башлана. Әле булған ваҡытты бөтә һорауҙарҙы тыныс хәл итеү, медицина тикшереүе үтеү һәм кәрәкле документтарҙы тапшырыу өсөн файҙаланырға кәрәк. Иң мөһиме - барыһын да һуңғы көнгә ҡалдырмаҫҡа, - ти ул.
Комиссия составында ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин, хәрби комиссар Олег Тройно, табиптар һәм башҡа белгестәр бар. Улар егеттәрҙең һаулыҡ торошон ентекләп өйрәнә, уларҙың теләктәрен һәм һәләттәрен иҫәпкә алып, ҡайһы ғәскәр төрөндә хеҙмәт итеүҙәренең отошлораҡ булыуын билдәләй.
Комиссия эше асыҡ һәм яуаплы характерҙа алып барыла. Мәҫәлән, 12 августа үткән ултырышта 10 салауат егете ҡатнашты. Уларҙың күпселегенә һаулыҡтарын тағы ла ентеклерәк тикшереү өсөн өҫтәмә медицина тикшереүе тәғәйенләнде. Был егеттәрҙең армиялағы хеҙмәткә яраҡлылыҡ категорияһын дөрөҫ билдәләү өсөн мөһим аҙым.
Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: әгәр егеттең һаулығы буйынса сикләүҙәр бар икән, был уның өсөн бөтөнләй ишек ябыла тигәнде аңлатмай. Бындай осраҡта улар хәрби билет алалар, әммә ярты йылдан һуң яраҡлылыҡ категорияһын раҫлау йәки үҙгәртеү өсөн ҡабаттан медицина комиссияһы аша үтергә тейештәр. Был система йәштәрҙең һаулығын даими күҙәтеү аҫтында тоторға һәм кәрәк булғанда уларға ярҙам итергә мөмкинлек бирә.
Быйыл Салауат ҡалаһынан 151 егет ил алдындағы бурысын үтәргә китте. Шул уҡ ваҡытта 94 егет медицина күрһәтмәләре буйынса хәрби иҫәптән сығарылды һәм хәрби билеттар алды.
Хәрби комиссариат белгестәре ата-әсәләрҙе һәм егеттәрҙе тыныс булырға саҡыра. Бөгөнгө көндәге үҙгәрештәр - ул тәртипте камиллаштырыу һәм һәр кемгә үҙенең хәрби бурысын аңлы рәүештә, һаулығына зыян килтермәйенсә үтәү мөмкинлеген биреү. Төп кәңәш - «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы хәбәрҙәрҙе ваҡытында ҡарап барыу һәм комиссариат менән тығыҙ бәйләнештә булыу.