газета "Салауат"
+23 °С
Облачно
Йәмғиәт
21 Августа , 06:15

Яңы программалар һәм капиталь ремонт контроле

Салауат ҡалаһында торлаҡ фондын тәртиптә тотоу һәм уны үҫтереү йүнәлешендә әүҙем эш алып барыла. Бөгөн ҡалалағы 1 025 күп фатирлы йортҡа 33 идара итеүсе компания хеҙмәт күрһәтә. Ошо өлкәләге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн «Башҡортостандың Көньяғы» бизнес-үҙәгендә «Управдом» форумы үтте.

Яңы программалар һәм капиталь ремонт контролеЯңы программалар һәм капиталь ремонт контроле
Яңы программалар һәм капиталь ремонт контроле

«ЙОРТҠА ЮЛ» ПРОГРАММАҺЫ
Форумда ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин яҡшы яңылыҡ менән бүлеште: Салауатта яңы күп фатирлы йорт төҙөлә башлаған. Бынан тыш, ҡала республикала беренсе булып квартал эсендәге юлдарҙы ремонтлауға йүнәлтелгән үҙенсәлекле программаны тормошҡа ашыра.
«Йортҡа юл» тип аталған муниципаль программа ихаталарҙы һәм йорт яны юлдарын төҙөкләндереүгә булышлыҡ итә. Финанслау күләме бер объект өсөн ике миллион һумға тиклем етә, ә милекселәрҙең үҙ өлөшө субсидия суммаһының кәмендә 30 процентын тәшкил итергә тейеш. Ғаризаларҙы идара итеүсе компаниялар йәки йорт хужаларының вәкилдәре Карл Маркс урамы, 22-се йорт адресы буйынса тапшыра ала. Әлегә ике ғариза хупланған, ә программаға ҡыҙыҡһыныу артһа, киләһе йылда уҡ бүленгән аҡса күләме бер нисә тапҡырға артыуы ихтимал, - тине ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Илдар Әхмәтвәлиев.
МАХСУС ИҪӘПТӘР ҠӘТҒИ КОНТРОЛДӘ
Салауатта 2027 йылға тиклем 72 миллион һумлыҡ капиталь ремонт эштәре планлаштырылған. Былтырғы йылдарҙағы кеүек үк, төп иғтибар лифттарҙы һәм ҡыйыҡтарҙы яңыртыуға йүнәлтелә.
- Салауат - йорттарҙың 35 проценттан ашыуы махсус иҫәпкә күскән берҙән-бер ҡала. Махсус иҫәпкә күскән йорттар дөйөм ҡаҙан иҫәбенә ремонт эштәре үткәргән. Махсус иҫәптәрҙе прокуратура һәм Дәүләт торлаҡ күҙәтеүе менән берлектә тикшерәсәкбеҙ. Әгәр идара итеүсе компаниялар ремонт эштәре буйынса отчет бирмәһә йәки регламентты боҙһа, беҙ был йорттарҙы төбәк операторы ҡарамағына кире ҡайтарасаҡбыҙ, - тип иҫкәртте ҡала башлығы.
Бындай ҡәтғи саралар ремонтҡа тотонолған, әммә отчеты булмаған 700 миллион һумлыҡ документтар менән бәйле.
ҠЫШҠА ӘҘЕРЛЕК НИСЕК БАРА?
Ҡалабыҙҙа йылылыҡ торбаларын ремонтлау эштәре ҡыҙыу мәлендә. 2026 йылға план етди: 3,7 саҡрым оҙонлоғондағы селтәрҙе алмаштырырға кәрәк. Бынан тыш, элекке йылдарҙан ҡалған «бурыстар» - тағы ла 400 метрҙан ашыу торбаны тәртипкә килтереү бурысы тора. Әлегә гидравлик һынауҙар 55 процентҡа, ә ағымдағы ремонт эштәре 70 процентҡа үтәлгән. Эштәрҙең сифатлы һәм ваҡытында 31 август һәм 1 октябргә тиклем тамамланыуы - төп талап.
Күптәрҙе борсоған төп һорау: «Был сығымдар квитанцияларҙағы һандарға йоғонто яһармы?» Ҡала хакимиәте башлығы аңлатыуынса, ремонт өсөн аҡса республика кимәлендәге средстволарҙы ҡайтанан бүлеү иҫәбенә табылды, шуға күрә халыҡ өсөн түләүҙәр артмаясаҡ.
НИ ӨСӨН ЭҪЕ ҺЫУ ЮҠ?
Ҡала башлығы социаль селтәрҙәрҙәге һорауҙарға яуап биреп, хәлдең ҡатмарлы булыуын әйтте:
- Селтәрҙәр шул тиклем туҙған, уларҙы хәҙер үк алмаштырмаһаҡ, ҡышҡыһын етди авариялар булыуы ихтимал. Халыҡ быны аңлай, тик беҙгә алдан киҫәтергә кәрәк ине, тиҙәр. Беҙ киләсәктә ремонтты метрҙар менән түгел, ә километрҙар менән иҫәпләргә йыйынабыҙ, - тине ул.
ТАРИФТАР ҺӘМ НОРМАТИВТАР МӘСЬӘЛӘҺЕ
Ҡала советы депутаттары Илдар Ханмурзин менән Оксана Редькинаның тырышлығы арҡаһында, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында Салауат өсөн уңайлы ҡарар ҡабул ителде. Министрлыҡ нормативтарҙы күтәреүҙе талап итһә лә, депутаттар уны үҙгәрешһеҙ ҡалдырыуға өлгәште.
Оксана Редькина аңлатыуынса, мәсьәлә ҡатмарлы: федераль закон (261-ФЗ) бөтә йорттарҙы ла дөйөм йорт иҫәп приборҙары менән йыһазландырыуҙы талап итә. Әгәр был талап үтәлмәһә, иҫәп приборҙары булмаған йорттар өсөн нормативтар артыуы ихтимал, был иһә түләүҙәрҙең 25-45 процентҡа ҡиммәтләнеүенә килтерер ине. Депутаттар был йөкләмәнең халыҡ өсөн, бигерәк тә аҙ фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн, бик ауыр булыуын яҡшы аңлай.
Ҡала советы комиссияһы рәйесе Оксана Редькина идара итеүсе ойошмаларҙы һәм йорт комитеттарын яуаплылыҡҡа саҡырҙы. Уның һүҙҙәренсә, ҡаланың иҫке өлөшөндәге йорттарҙа иҫәп приборҙары юҡ. Әгәр милекселәр үҙ көстәре менән уларҙы ҡуймаһа (был яҡынса 400-420 мең һумға төшә), ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар мәжбүри рәүештә ҡуясаҡ. Был осраҡта хаҡ 900 меңдән 1,2 миллион һумға тиклем артасаҡ, ә түләү биш йылға бүленәсәк.
Ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Илдар Әхмәтвәлиев иҫкәртеүенсә, йылытыу нормативтарының күтәрелеүе ҡотолғоһоҙ. Иҫәп-хисаптар күрһәтеүенсә, приборҙар булмаған осраҡта, ике бүлмәле фатир өсөн түләү айына 12-15 мең һумға етергә мөмкин. Әлегә был мәсьәләне хәл итергә бер йыл ваҡыт бар.
«Салауат күп фатирлы йорт хужалары ҡала советы» рәйесе Наталья Опятюк тарифтарҙың асыҡ булмауына һәм идара итеүсе компанияларҙың эшендәге айырмаға туҡталды.
- Бөгөн иң киҫкен социаль конфликт «Торлаҡты тотоу» тигән юл тирәләй бара. 45 МКД мониторингы квадрат метры өсөн уртаса 28,43 һум түләүҙе күрһәтә. Өҫтәмә йыйымдар 8 һумдан 17 һумға тиклем. Төрлө компаниялар араһында бер үк подъезды ремонтлау хаҡындағы айырма миллион һумға етә: биш ҡатлы йорт өсөн 500-700 мең, туғыҙ ҡатлы йорт өсөн 1,3-1,5 миллион. Проблеманы берҙәм муниципаль тарифтың булмауы һәм сметаларҙың асыҡ булмауы ҡатмарлаштыра. Халыҡ йомғаҡлау һанын күрә, әммә уның структураһын аңламай, был ғәҙелһеҙлек тойғоһо тыуҙыра, - тине ул.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең енәйәт эҙләү бүлеге начальнигы Наталья Акимова граждандарға ҡарата киң таралған мутлыҡ схемалары тураһында доклад менән сығыш яһаны һәм һаҡ булырға саҡырҙы.
Сара аҙағында күп фатирлы йорттарҙың эшендә әүҙемлек күрһәткән биш рәйес - Сергей Крыгин, Тамара Аксенова, Людмила Романова,Елена Котлобулатова һәм Гүзәлиә Хәлитова ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Яңы программалар һәм капиталь ремонт контроле
Яңы программалар һәм капиталь ремонт контроле
Автор:Дина Галеева
Читайте нас