

Гагарин урамы 27а адресы буйынса урынлашҡан йортта ремонт эштәре июлдә башлана. Комиссия ағзалары билдәләүенсә, бында барыһы ла талапҡа яуап бирә, эштәр тамамланыу этабында.
Горький урамы 42а йортонда ла ҡыйыҡты яңыртыу бара. Августтан алып күп эштәр башҡарылған, әммә тикшереү барышында ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланды.
- Төҙөлөш өлкәһендәге тәжрибәмә таянып, ҡыйыҡты эшләүҙә хаталарҙы күрҙем. Подрядсыға иҫкәрмәләр яһалды, уларҙы тиҙ арала төҙәтәсәктәр, - тине Марат Зәһиҙуллин. - Бындай тикшереү эштең сифатын күтәрергә һәм киләсәктә проблемаларҙы булдырмаҫҡа ярҙам итә.
Матросов бульвары 32-се йортта иһә ремонттың сифатынан тыш, эстетик мәсьәләләр ҙә килеп тыуҙы. Йорт кешеләре ҡыйыҡтың төҫөнә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерҙе: проект буйынса ул һоро төҫтә булырға тейеш, ә халыҡ фасадҡа тап килгән ҡуйы ҡыҙыл төҫтө хуп күрә.
- Архитектура бүлеге һоро төҫтө һайлаған, әммә кешеләрҙең теләге мөһим. Беҙ протокол төҙөп, ҡыйыҡты халыҡ теләгән төҫ менән ябыу мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ, - тип вәғәҙә бирҙе Марат Зәһиҙуллин.
Комиссия ағзалары йорттарға ремонт эшләгән ваҡытта халыҡтың фекеренә айырыуса иғтибар итергә ҡушты.
Салауат Юлаев урамы 69-сы йортта йәшәүселәр өсөн ошо көндәрҙә ысын мәғәнәһендә байрам: бында күптән көтөлгән лифттарҙы алмаштырыу эштәре башланды.
Йорт кешеләренең һүҙҙәренсә, иҫке лифттарға 25 йыл тулған. Улар башта уҡ сифатһыҙ ҡуйылған булған, даими шаулап, хатта ҡурҡыныс тыуҙырып торған.
- Беҙ оҙаҡ көттөк, программаға эләгеү өсөн ике тапҡыр йыйылыш үткәреп, протокол төҙөргә тура килде, - тип хәтерләй йорт хужалары.
Хәҙер йорттоң дүрт подъезында ла яңы лифттар ҡуйыласаҡ. Эштең күләме ҙур: проекттың дөйөм хаҡы 12 миллион һумдан ашыу. Подрядсы ойошмаға эште 60 көн эсендә тамамлау бурысы йөкмәтелгән.
Марат Зәһиҙуллин билдәләүенсә, был подрядсы ҡалала күптән эшләй һәм үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәткән.
- Эш сифатлы һәм ваҡытында башҡарылыр, тип ышанабыҙ. Яңы лифттар халыҡҡа тағы ла 25 йыл буйына имен-аман хеҙмәт итер, - ти ул.
Башта республиканың капиталь ремонт программаһы буйынса быйыл ҡалалағы алты йортто яңыртыу планлаштырылғайны, дөйөм суммаһы 73 миллион һум тирәһе. Әммә төбәк операторы был исемлекте тағы 12 йортҡа киңәйтергә һәм өҫтәмә рәүештә 80 миллион һум самаһы аҡса бүлергә ҡарар итә.