

Фурманов урамындағы паркта Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре уйын ҡаласығындағы хәүефле етешһеҙлектәрҙе билдәләне: баҫҡыстың булмауы, тауҙың япмаһы емерелеүе һәм аҫмалы күперҙәге кәмселектәр балаларҙың йәрәхәтләнеүенә килтереүе ихтимал. Подрядсы ойошма вәкиле етешһеҙлектәрҙе шул уҡ көндө төҙәтергә вәғәҙә бирҙе. Шулай уҡ Марат Зәһиҙуллин үләндәрҙең сабылмай тороуына һәм эштәрҙең ойошторолоу тәртибенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.
Космонавтар бульварындағы хәл дә борсоу тыуҙыра: былтыр ғына төҙөлгән майҙансыҡтағы сәңгелдәктәр менән конструкция бер йыл да файҙаланыуға сыҙамай. Хәүефһеҙлек маҡсатында уларҙы ваҡытлыса алып торорға ҡарар ителде, ә ремонт эштәре гарантия сиктәрендә башҡарыласаҡ.
«Октябрь» кинотеатры һәм «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге артындағы аллеяларҙа ла таҙалыҡ менән бәйле проблемалар асыҡланды. Ҡала башлығы урналарҙың сүп-сар менән тулы булыуына һәм газондың ҡарауһыҙ ҡалыуына иғтибар итте. Подрядсының «Баш-Арт» компанияһында бөтә ҡаланы йыйыштырыуға ни бары ике һепереүсе генә булыуы Марат Зәһиҙуллинды ғәжәпләндерҙе.
- Ике кеше менән ҡаланы таҙа тотоп булмай, - тип билдәләне хакимиәт башлығы һәм эштәрҙең сифатын, хеҙмәткәрҙәр һанын ҡәтғи контролгә алырға ҡушты.
Прокуратураның бөтә балалар майҙансыҡтарында мотлаҡ амортизациялаусы япма тураһында бойороғо сыҡҡас, «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге артындағы аллеяла резина япмалар, ә Космонавтар бульвары аллеяһында ҡомло япмалар эшләйҙәр. Ҡомло япмаларҙы яңыртыу һәм йыйыштырыу эштәрен системалы ойоштороу - алдағы көндәрҙең төп бурысы.
Марат Зәһиҙуллин Батыр аллеяһына ла килде. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты, ә һуңынан «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә яңыртылған был йәйәүлеләр зонаһы - Салауат халҡының яратҡан урыны. «Велес» сауҙа үҙәгенән башланып, Островский урамына тиклем һуҙылған был биләмәгә «Флора» муниципаль ойошмаһы яуаплы.
Тикшереү барышында төп иғтибар йәшелләндереү мәсьәләләренә йүнәлтелде. «Флора» белгестәре хәҙерге заман ландшафт дизайнында популяр булған, элек «ҡый үләне» тип һаналған, ә хәҙер баҡсаларҙы биҙәгән үҫемлектәрҙе ҡулланыуҙы хуп күрә. Әммә уларҙың сәскә атып бөткәндән һуңғы ҡиәфәте ҡала халҡында төрлө фекер тыуҙыра.
Марат Зәһиҙуллин үҫемлектәрҙең ҡарауһыҙ ҡалыуына иғтибар итеп, уларҙы алмаштырыу йәки тәртипкә килтереү кәрәклеген билдәләне.
- Насар күренәләр, бәлки, башҡа төрлөләрен ултыртырға кәрәктер? - тине ул.
Шул уҡ ваҡытта, күп кенә салауаттар бер йыллыҡ сәскәләр урынына күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең күбәйеүен хуплай, был улар өсөн яңылыҡ һәм заманса ҡараш булып тойола.
Сәфәрҙең һуңғы нөктәһе - ҡала баҙары. Бында халыҡ сүп-сар контейнерҙарының урынлашыуына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Марат Зәһиҙуллин был проблеманы яҡын арала хәл итергә һәм контейнер майҙансығын тәртипкә килтерергә вәғәҙә бирҙе.