газета "Салауат"
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Августа , 19:18

Һәр ихатаға айырым иғтибар

Күптән түгел Октябрь урамындағы 30-сы йорт ихатаһы янына урындағы халыҡ. Улар ҡала хужалығы идаралығы белгестәре менән 2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән биләмәне тергеҙеү буйынса республика программаһында ҡатнашыуға ҡағылышлы мәсьәләне тикшерҙе.

Һәр ихатаға айырым иғтибарҺәр ихатаға айырым иғтибар
Һәр ихатаға айырым иғтибар

РЕМОНТ БУЛАСАҠ
- Һеҙҙең ихатағыҙ «Башҡорт ихаталары» программаһында тәүгеләрҙән булып ҡатнашты: бында балалар майҙансығы ҡуйылды, парковкалар, юлдар эшләнде, тротуарҙар йыһазландырылды. Уны
яңыртыу кәрәкме-юҡмы икәнлеген һеҙ генә дөйөм йыйылышта хәл итә алаһығыҙ, әммә мин был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тәҡдим итәм, сөнки ремонт хаҡының ни бары 10 процентын ғына һеҙ түләйһегеҙ, ҡалған 90 проценты республика һәм муниципалитет иҫәбенә башҡарыла, - тип  программаның ыңғай яҡтарын аңлатты ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Юлиә Байғужина.
- 10 процент ҡына нимә ул! Майҙансыҡты мотлаҡ ремонтларға кәрәк, - тине элекке йорт рәйестәренең  береһе Петр Андреевич.
Башҡарырға мөмкин булған эштәр исемлеге киң. Әйтәйек, балалар майҙансығында ҡуйылған бәләкәй архитектура формаларын ремонтларға йәки тергеҙергә, резина япманы алмаштырырға була.
- Камералар ҡуйыу мөмкинме? Бында үҫмерҙәр йыйыла, майҙансыҡтың япмаһын емерә. Участковыйҙарға мөрәжәғәт иттек - килмәйҙәр. Килгән хәлдә лә, ул мәлгә вандалдарҙан елдәр иҫкән була, - тине бер ҡатын.
- Бөгөн төн уртаһына тиклем бында үҫмерҙәр компанияһы булды - ун биш кеше, - тип өҫтәне икенсеһе.
- Эске эштәр идаралығы начальнигы менән һөйләшербеҙ, - тине ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Илдар Заһитов. - Ә бына камераларҙы ҡуйыу программала ҡаралмаған, әммә иҫкәртеүсе яҙыуҙар элеп ҡуя алабыҙ.
Программала ҡатнашыу өсөн төрлө идара итеүсе өс компания хеҙмәтләндергән биш йорттоң һәр береһе халыҡтың 51 процент тауышын йыйырға тейеш.
- Кешеләр ниндәй суммаға иҫәп тоторға кәрәклеген аңлаһын өсөн резина япманы алмаштырыуҙың квадрат метрының яҡынса хаҡын билдәләргә кәрәк, - тине «Яратҡан ихатам» идара итеүсе
компанияның баш инженеры Оксана Редькина.
- Беҙ бөтә нимәне иҫәпләрбеҙ, ә халыҡ һуңынан үҙ ҡарарын әйтер. Әйткәндәй, эшкә гарантия - биш йыл, - тине Юлиә Байғужина. 
Ул шулай уҡ ваҡытты һуҙырға ярамағанлығын да билдәләне, сөнки бөтә эштәрҙе көҙгө ямғырҙарға тиклем тамамларға кәрәк.
ПРОБЛЕМА ХӘЛ ИТЕЛӘСӘК
Петр Андреевич ихатала етди проблема булыуын еткерҙе.

- Мин бында 1963 йылдан бирле йәшәйем. Хәтерләүемсә, был урында һәр ваҡыт һаҙлыҡ булған. Һуңынан, төҙөкләндерелгәндән һуң, бында электриктар һәм газ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Шунан
соҡорҙар убыла, аҫҡы ҡатлам еүешләнә. Тиҙҙән КамАЗдар беҙгә сүп-сар сығарырға килеүҙән баш тартасаҡ! Әгәр ремонтҡа аҡса бирһәләр, яҡшы ведомость төҙөргә һәм эштәргә ошо участканы асфальтлауҙы индерергә кәрәк, - тине ул.
Әммә, асыҡланыуынса, юл программаға инмәй.
- Ордерҙар буйынса ошо участкала кемдең эш башҡарғанын ҡарарбыҙ - мәғлүмәттәрҙе юл бүлегенә тапшырырбыҙ. Гарантия буйынса яуаплылар япманы тергеҙер, - тип проблеманы хәл итеү вариантын тәҡдим итте Юлиә Байғужина.
Халыҡ тағы бер проблеманы еткерҙе: майҙансыҡта өс кенә сүп-сар контейнеры бар, улар бөтә ихата халҡына етмәй. Ҡала хужалығы идаралығы вәкилдәре яҡын арала урында өҫтәмә контейнерҙар ҡуйыласағын белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 15, 15а, 19, 21, 23, 23а йорттар ихатаһында булды һәм урындағы халыҡ менән
ремонт үткәреү мөмкинлеген тикшерҙе.
Дилә АБДУЛЛИНА.
Алена БИЗИКИНА фотолары.

Һәр ихатаға айырым иғтибар
Һәр ихатаға айырым иғтибар
Һәр ихатаға айырым иғтибар
Һәр ихатаға айырым иғтибар
Автор:Дина Галеева
Читайте нас