

Ҡарбуз көнө бөтә ҡаланы берләштерҙе. Сарала ҡул эштәре оҫталарының күргәҙмәһе ойошторолғайны, ауыл хужалығы продукцияһы ла тәҡдим ителде. Айырыуса мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының әүҙемлеге асыҡ күренде. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы, «Йәшлек» үҙәге, Балалар художество мәктәбе лә ситтә ҡалманы.
29-сы балалар баҡсаһы күргәҙмәһенә иғтибар итмәү мөмкин түгел ине: бында ҡарбуз рәүешендә биҙәлгән торттар, төрлө тәмлекәстәр урын алған.
- Быйыл беҙҙе Ҡарбуз байрамына саҡырҙылар. Уға бөтә коллектив менән ныҡлы әҙерләндек, тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре ярҙам итте, - тип уртаҡлаша 29-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Наталья Черненко.
22-се балалар баҡсаһы өҫтәленә ҡуйылған ҡарбуз тәү ҡарашҡа ысын кеүек тойола. Уны бер баланың әсәһе бәйләгән.
Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре музей фондынан йәй һүрәтләнгән фотоальбом тәҡдим итте. Байрамдың төп хужаһы ҡарбуз да экспозицияла абруйлы урын биләй ине. Бәләкәстәр өсөн мауыҡтырғыс эштәр әҙерләнгәйне.
55-се балалар баҡсаһы майҙансығы иғтибарҙы алыҫтан йәлеп итә: сағыу фотозона, тәм-том ҡуйылған кәштәләр - барыһы ла берҙәм ҡарбуз стилендә биҙәлгән.
- Был байрамға беҙ бик әҙерләндек, тәмлекәстәр бешерҙек. Ҡарбуз байрамына тура килһен тип ҡыҙыл, йәшел төҫтәрҙе һайланыҡ, компоттар ҡайнаттыҡ, һауыттарға ҡарбуз тултырҙыҡ. Тематик фотозона ла эшләнек. Ул - беҙҙең кастеляншаның хеҙмәте. Ә прилавканы эшләргә слесарҙарыбыҙ ярҙам итте. Беҙҙең коллектив бик татыу, ҡалала уҙған һәр байрамда әүҙем ҡатнашабыҙ, бөтәбеҙ ҙә бер төптән эшләйбеҙ. Мөдиребеҙ Гөлнара Исламова бик егәрле, үткер, бөтә нимәне тиҙ генә ойоштора, - тип һөйләй мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә дөйөм хеҙмәт стажы 49 йыл булған тәрбиәсе Әнисә Солтанморатова.
45-се балалар баҡсаһының ҡарбуз төҫөндәге сағыу кейемдәре һәм шундай уҡ фоторамка барыһында ла байрам кәйефен тыуҙырҙы.
- Ҡалала тәүгә үткәрелгән сарала беҙ ҙә ҡатнашырға булдыҡ, һәм, әлбиттә, күргәҙмәбеҙҙе ҡарбуз темаһы менән бәйләргә тырыштыҡ. Бөгөн ябай байрам ғына түгел, ә изге эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү мөмкинлеге лә булды. Егеттәребеҙҙе Еңеү менән көтәбеҙ, - ти 45-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Ирина Рагимова.
38-се балалар баҡсаһы коллективы әҙерләгән өҫтәлдә лә нимә генә юҡ: тәм-томдар, ҡарбуз телеме кеүек бәйләнгән брелоктар. Ә емеш-еләктәр тултырылған ҡарбуз кәрзине иң сағыуы булғандыр.
- Бындай шәп сараны ойоштороусыларға рәхмәт. Ул бик күңелле уҙа, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә байрамда ихлас ҡатнаша, - тине бер тауыштан баллалар баҡсаһы коллективы.
51-се балалар баҡсаһы коллективы эшләгән сағыу фотозонала теләгән һәр кем иҫтәлеккә фотоға төштө.
19-сы мәктәп уҡыусыһы Артем Иванов байрамдан бик ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
- Байрамға дуҫым һәм ағайым менән килдем. Бында күп мауыҡтырғыс майҙансыҡтар эшләй. Ҡарбуз тәмләп ҡараным, бик һутлы, татлы. Мин, ғөмүмән, ҡарбузды бик яратам! Каникулдар яҡшы үтә: дуҫтарым менән ял итәм, яңы уҡыу йылы алдынан көс туплайым. Ойоштороусыларға ошондай иҫ киткес байрам өсөн рәхмәт, - ти Артем.
Китапхана системаһы мауыҡтырғыс майҙансыҡ ойошторғайны, йомаҡтарҙы дөрөҫ сискән һәм викторина һорауҙарына теүәл яуап биргәндәргә китап бүләк иттеләр.
Марат Файзуллоев күп йылдар ҡарбуз ташыу менән шөғөлләнә, шуға был татлы емеш тураһында яҡшы белә.
- Июль уртаһынан ҡарбузды ҡурҡмай ашарға була, сөнки был ваҡытҡа улар өлгөрә. Яҡшы ҡарбузға ҡул менән һуҡҡанда тауышы зыңлап тора. Тик ҡайһы бер сорттар өсөн был ҡағиҙә эшләмәй. Әйтәйек, «Холодок» сортлыһының тауышы, киреһенсә, тупаҫ. Әгәр ул еңел булһа, был өлгөргән тигәнде аңлата, - тине ул.
Юлия Цыганкова байрамға ҡыҙы Варвара менән килгән.
- Ике ҡыҙым бар. Олоһо әле лагерҙа, бәләкәйе менән бөгөнгө сарала теләп ҡатнаштыҡ. Ул 49-сы балалар баҡсаһына йөрөй. Байрам оҡшаны, ҡыҙым менән төрлө тәмлекәстәр һатып алдыҡ, майҙансыҡтарҙа булдыҡ. Бында беҙ осраҡлы ҡатнашыусылар түгел, сөнки балаларымдың атаһы, тормош иптәшем Станислав дүртенсе йыл Ватаныбыҙ һағында тора, уны мобилизацияланылар. Шуға һәр ваҡыт ошондай хәйриә акцияларына теләп ҡушылабыҙ. Балаларыма бергә, берҙәм булғанда ғына маҡсаттарға ирешеп булыуын гел аңлатам. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙға ярҙам - һәр беребеҙҙең изге бурысы, - тине ул.
Ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты лотерея уйнатты, бүләккә ҡарбуз һәм ҡауын алыусылар бик шатланды.
Ҡунаҡтарҙы «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгенең ижади коллективтарының сағыу сығыштары биҙәне.
- Был байрамға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Һеҙгә тыныслыҡ, именлек һәм яҡшы кәйеф теләйем. һәр көнөгөҙ шатлыҡ менән тулы булһын. Салауаттар - һеҙ иң яҡшыһы! - тине үҙәк директоры Рауил Хәкимов
байрамды тамамлап.