

Әммә әрһеҙ үләндәр, төҙөкләндереү эштәренең дауам ителеүен көтөп тә тормайынса, йәнә балаҫ булып түшәлде. Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин тейешле ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн биләмәне ҡараны.
Ҡала башлығы ҡала хужалығы идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Илдар Заһитовҡа йәш үләнде сабып, яңынан үҫмәһен өсөн гербицидтар менән эшкәртергә ҡушты. Ул яҡын арала быны эшләргә вәғәҙәләне.
- Тәртип өсөн көрәш туҡталырға тейеш түгел, - тине Марат Зәһиҙуллин. Планда - бинаның уң яғындағы территорияны ҡала халҡы өсөн яңы йәмәғәт киңлегенә әйләндереү.
Әле кәрәкле документтар әҙерләнә. Ә был процесс барған арала ҡала халҡы төҙөкләндереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерә ала. Марат Зәһиҙуллин һәр идеяны ҡарарға вәғәҙә бирҙе.
Татьяна ТИМОФЕЕВА фотолары.