

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған фестивалдең тантаналы өлөшө һөнәренә тоғро кешеләрҙе бүләкләүҙән башланды.
Ете Салауат кешеһе республиканың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығының почет грамоталарын алды. Дөйөм туҡланыу хеҙмәткәрҙәре Кристина Ишморатова, Дмитрий Балахин һәм Лилиә Солтанова, «Пышка» кафеһы администраторы Нина Юрьева, «Магнит» селтәренән Юлия Степанова, Эльвира Соболева һәм Лилиә Абсатарова республиканың тармаҡ наградаларына лайыҡ булды. Шул уҡ ведомствоның рәхмәт хаттары ҡала хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм туризм бүлеге белгестәре Юлиә Нагаеваға һәм Лиана Ғүмәроваға, мәктәп ашханалары ашнаҡсылары Рәзилә Нәғмәтуллинаға, Светлана Кирстаға һәм Гөлнур Зәитоваға, «Пышка»ның икмәк бешереүсеһе Ольга Ионоваға, «Магнит»тан Вера Кириловаға, Зөләл Селинаға һәм Әлфиә Ишмөхәмәтоваға тапшырылды. Ҡала хакимиәтенең почет грамоталары менән дөйөм туҡланыу хеҙмәткәрҙәре Екатерина Юдичева, Ләлә Зөбәйерова Һәм Наталья Сургучева, Роза Валегжанина («Галамарт»), Лилиә Ҡадирова һәм Альбина Суфиянова (ШЭ Янгиров), Анастасия Сәмиғуллина («Флюр Пицца» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), «Тандер» йәмғиәтенең ете вәкиле бүләкләнде. Йәнә 18 сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы системаһы хеҙмәткәре муниципалитеттың рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Хакимиәт башлығы Марат Зәһиҙуллин йыйылыусыларға ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте:
- Сауҙа хеҙмәткәрҙәре - ул ҙур хеҙмәт армияһы. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса ҡалала сауҙа әйләнеше 35 миллиард һумдан ашҡан. Был - бик ҙур сумма һәм бюджетҡа тос һалым кереме. Ошо һәр һум артында эшселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте ята. Бөгөн ҡалабыҙҙа 3400 кеше эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Иҡтисади ҡатмарлылыҡтар алдында юғалып ҡалмағандары өсөн уларға рәхмәт белдерәбеҙ.
Ҡалала уҙған сауҙа көнө тураһында гәзиттең 31-се һанында уҡығыҙ.
Ольга ИСАКОВА фотолары.