Йәмғиәт
30 Июля , 12:31

Яңы пландар һәм хәл ителәһе мәсьәләләр

24 июлдә Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов эш сәфәре менән Салауат ҡалаһына килде. Төп маҡсаты - ҡаланың мәҙәни тормошон үҫтереү һәм Салауат музыка колледжы һәм балалар художество мәктәбе менән танышыу ине.

Яңы пландар һәм хәл ителәһе мәсьәләләрЯңы пландар һәм хәл ителәһе мәсьәләләр
Яңы пландар һәм хәл ителәһе мәсьәләләр
 
Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин менән осрашыу барышында төп иғтибар мәҙәниәт объекттарының инфраструктураһына йүнәлтелде. Фәнүр Шәйхисламов Салауат башҡорт дәүләт драма театры бинаһын ҡарап сыҡты.
- Салауат башҡорт дәүләт драма театрын күрҙем - бөгөнгө көндә ул ремонтҡа мохтаж. Проект-смета документацияһы бар. «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә ремонт үткәреүҙе ҡарайбыҙ, - тип хәбәр итте ул.
Шулай уҡ ҡунаҡтар яңы быуын «Үҙ химияһы» китапханаһында булдылар. Фәнүр Шәйхисламов китапхананың заманса ҡиәфәтенә һәм ундағы уңайлыҡтарға юғары баһа бирҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был китапхана «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында яңыртылып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республикала һәм Рәсәй кимәлендә ҙур уңыштарға өлгәште.
- Быға тиклем иң яҡшы китапхана Үрге Тәтешле ауылындағы Тәтешле үҙәк китапханаһы тип уйлай инем, ә һеҙҙә ул иҫ киткес! - тип күргәндәренә Фәнүр Шәйхисламов баһа бирҙе.
- Иң яҡшы китапхана хәҙер Салауатта, - тип раҫланы Марат Зәһиҙуллин. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ошо хаҡта әйтә.
2025 йылдың декабрь аҙағында китапхана Башҡортостанда иң яҡшыһы тип таныла, ә 2026 йылдың ғинуарында «Алтын кәштә-2025» бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты була.
Марат Зәһиҙуллин ҡалалағы китапханалар селтәрен берләштереп, уларҙы балалар өсөн күп функциялы белем биреү һәм ял үҙәктәренә әйләндереү пландары менән уртаҡлашты. Был идеяны ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева ла хупланы.
- Кинотеатр мәсьәләһен нисек хәл итергә ниәтләйһегеҙ? - тип ҡыҙыҡһынды Фәнүр Шәйхисламов.
- Салауаттар кинотеатрҙың сауҙа үҙәгендә булыуын теләй, - тине Марат Зәһиҙуллин. - Әле элекке «Алмаз» мәҙәниәт һарайы урынында 20, 45 һәм 60 урынлыҡ бәләкәй кинотеатрҙар, фудкорттар, сауҙа майҙандары, фитнес-залдар менән сауҙа үҙәге төҙөү өсөн 2 миллиард һумлыҡ инвестиция проекты әҙерләйбеҙ.
Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов шулай уҡ Салауат музыка колледжында, художество мәктәбендә булды.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттең 31-се һанында уҡығыҙ.
 
Алёна Бизикина фотолары.
Яңы пландар һәм хәл ителәһе мәсьәләләр
Яңы пландар һәм хәл ителәһе мәсьәләләр
Яңы пландар һәм хәл ителәһе мәсьәләләр
Автор:Дина Галеева
Читайте нас