Йәмғиәт
29 Июля , 12:20

Маҡтауға лайыҡ хеҙмәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Ул төп ҡаҙаныштарҙы билдәләне һәм төбәктең социаль‑иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдереп, хөкүмәт наградаларын тапшырҙы. Төбәк Хөкүмәтенең рәхмәт хатын алыусылар араһында «Дөйөм туҡланыу» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Владимир Маков та бар.

Маҡтауға лайыҡ хеҙмәтМаҡтауға лайыҡ хеҙмәт
Маҡтауға лайыҡ хеҙмәт

Министрҙар кабинеты башлығы һүҙҙәренсә, тармаҡта 300 меңдән ашыу кеше мәшғүл - был республиканың һәр бишенсе хеҙмәткәре; 43 меңдән ашыу предприятие эшләй. Сауҙа өлкәһенә бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарының яҡынса 40 проценты тура килә.
Ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше былтыр 1 триллион 700 миллиард һумдан ашҡан - был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйында икенсе урынды биләп, тотороҡло рәүештә лидер төбәктәр иҫәбенә инә.
- Бөгөн сауҙа - заманса донъяның йөрәк тибеше, иҡтисадтың ҡеүәтле двигателе һәм социаль тотороҡлоҡтоң мөһим факторы, - тип ҡотланы Андрей Назаров сауҙа хеҙмәткәрҙәрен.
Премьер-министр үҙенең сығышында мәктәп туҡланыуы сифатын күтәреү өлкәһендәге уңыштарҙы айырыуса билдәләне. «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан ике номинацияла иң яҡшыһы булды. «Һөт кухняһы» проекты талап ителгәндәрҙән һанала. Уның сиктәрендә 20 меңдән ашыу әсә һәм сабый бушлай махсуслаштырылған аҙыҡ менән тәьмин ителә.
Тап ҡала мәктәптәре уҡыусыларын һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен ашатҡан «Дөйөм туҡланыу» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Владимир Маковтың Андрей Назаровтың ҡулынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәхмәт хатын алыуы ҡыуаныслы.
- Дөйөм туҡланыу» йәмғиәте командаһына ҙур рәхмәтемде белдерәм, был - беҙҙең дөйөм награда, эшмәкәрлегебеҙгә юғары баһа, - тине Владимир Маков.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас